+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
21 Август 2020, 12:05

Хәл хәүефле ҡала

Бөгөнгә районда коронавирус менән сирле 64 кеше иҫәпләнә.

Бөгөнгә районда коронавирус менән сирле 64 кеше иҫәпләнә, шуларҙың 34-е районда йәшәй, 30-ы бында теркәлгән, әммә ситтә эшләй, 216 кешегә пневмония диагнозы ҡуйылған. 39 пациент район дауаханаһында дауалана. Әлегә мәкерле сир сигенергә уйламай. Шуға күрә республикала һәм районда ла хәл ҡатмарлы һәм көсөргәнешле ҡала.
— Бындай шарттарҙа инфекцияның таралыуына юл ҡуймау һәр беребеҙҙән тора, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен күҙәтеү мөһим. Шуға күрә үҙҡурсаланыу режимын һәм социаль дистанцияны күҙәтеү мотлаҡ. Йәмәғәт урындарына битлек, бирсәткә кеймәйенсә сыҡмағыҙ, юғиһә һеҙ үҙегеҙҙең дә, туғандарығыҙҙың да ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуяһығыҙ һәм тотош хәлде ҡатмарлаштыраһығыҙ. Күрше Магнитогорск ҡалаһына йөрөп эшләгән, уҡыған әбйәлилдәр күп, шул уҡ ваҡытта ял көндәре үҙ эштәре менән йөрөүселәр ҙә юҡ түгел. Әлегә юл йөрөүҙән мөмкин тиклем тыйылып торорға кәрәк. 65 йәште үткән ололарға айырыуса һаҡ булыу зарур, — ти район башлығы Илдар Нафиҡов.
Читайте нас: