Был юғары етештереүсәнле сканер гистологик препараттар менән эш итеү өсөн тикшерелеүсе туҡымаларҙың һүрәтен теүәл алырға ярҙам итә. Сканерланған һүрәттәр серверҙа яҡшы һаҡлана, ә конфиденциаль мәғлүмәт учреждениела ҡала. Пандемия шарттарында микроскоп коронавирус инфекцияһын диагностикалауҙа ла ҙур ярҙам күрһәтә. Бындай заманса микроскоптар Өфө һәм Стәрлетамаҡ ойошмаларына ла ебәрелгән.