-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
24 Август 2020, 10:55

Республиканың стоматология хеҙмәте башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһаны

БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостан стоматология клиникалары йыл дауамында башҡарылған эштәргә байғау яһаны.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Республикала 11 стоматологик поликлиника, 44 стоматология бүлексәһе, 313 теш дауалау кабинеты һәм медицина ойошмаларында 95 күп профилле кабинет эшләй. Уларҙа 1383 табип-стоматолог һәм 344 теш табибы бар. Уҙған йылда теш табиптары һанын 23 кешегә арттырыуға өлгәшелгән. «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты сиктәрендә стоматология кабинеттарын яңы ҡорамалдар менән йыһазландырыу дауам итә. Мәктәптәрҙә теш табиптары эше тергеҙелә. Проект шулай уҡ күсмә стоматологик кабинеттар эшен дә тормошҡа ашыра.
Читайте нас: