Мәҫәлән, үпкәне елләтеү параметрҙарына һәм үпкә механикаһының һанлы һәм графика рәүешендәге күрһәткестәренә мониторинг үткәреү аппараттарҙың тәьҫирлеген өҙлөкһөҙ күҙәтеүҙе тәьмин итәсәк. Шулай уҡ ул үпкә функцияһының тергеҙелеүе, оҙайлы елләтеүҙең хәүефһеҙлеге тураһында тулы мәғлүмәт бирәсәк. Аппаратта пациенттың үҙаллы тын алыуға әҙерлеген баһалаған аналитик программа урынлаштырылған. Милли проектҡа ярашлы, онкология сирен дауалаған медицина ойошмаларын тәьмин итеү өсөн бөтәһе 88 аппарат алынасаҡ.