Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
28 Август 2020, 10:55

Яңы эндоскоп сирҙе иртә стадияла асыҡлай

”Һаулыҡ һаҡлау“ милли проекты сиктәрендә район дауаханаһы видеофиброколоноскопия үткәреү өсөн эндоскоп комплексы алды#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Бындай тикшеренеүҙе район халҡы ошоға тиклем күрше Магнитогорск ҡалаһында түләүле үтте, йәки бушлай тикшерелер өсөн Өфөгә йөрөнө.
Йыуан эсәккә видеофиброколоноскопия – йыуан эсәктең торошон күрһәткән диагностика алымдарының береһе. Йыуан эсәк ауырыуҙарын диагностикалауҙың “Алтын стандарты” булған был тикшереү йыуан эсәктәге бөтә сирҙәрҙе, шул иҫәптән иртә стадияла төрлө шештәрҙе асыҡларға ярҙам итә. Был аппарат ярҙамында тикшереү барышында уҡ полиптарҙы алып ташларға мөмкин, шуның менән уларҙың ракка әйләнеүенә юл ҡуйылмай.
Был заманса комплекс эсәктең лайлалы өлөшөндәге 1 миллиметрҙан ҙурыраҡ үҙгәрештәрҙе күрһәтә. Видеофиброколоноскопия белгестәргә дөрөҫ диагноз ҡуйырға мөмкинлек бирә.
Читайте нас в