-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
4 Сентябрь 2020, 13:15

Маҡсат — күберәк заманса аппараттар алыу

Юғары технологиялар алға киткән дәүерҙә медицина ла заман менән тиң барырға тейеш. Асҡар үҙәк дауаханаһы һуңғы осорҙа өр-яңы ҡорамалдар менән тәьмин ителде. Райондың һаулыҡ һаҡлау тармағындағы ошо һәм башҡа яңылыҡтар тураһында баш табип И. Р. Килдейәров менән әңгәмәләштек.

Юғары технологиялар алға киткән дәүерҙә медицина ла заман менән тиң барырға тейеш. Асҡар үҙәк дауаханаһы һуңғы осорҙа өр-яңы ҡорамалдар менән тәьмин ителде. Райондың һаулыҡ һаҡлау тармағындағы ошо һәм башҡа яңылыҡтар тураһында баш табип И. Р. Килдейәров менән әңгәмәләштек.
— Илгиз Рәсүл улы, район дауаханаһына өр-яңы эндоскоп алынды. Был ҡорамал ниндәй сирҙәрҙе асыҡлау өсөн тәғәйенләнгән?
— Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ярҙамы менән беҙҙең дауахана өр-яңы медицина аппаратлы булды. Видеофиброколоноскопия — йыуан эсәк торошон күрһәткән заманса диагностика алымдарының береһе. Ул йыуан эсәктәге бөтә сирҙәрҙе, шул иҫәптән төрлө шештәрҙе асыҡларға ярҙам итә. Был аппарат ярҙамында тикшереү барышында уҡ полиптарҙы алып ташларға мөмкин, тимәк яман шештең үҫеүенә юл ҡуйылмай. Видеофиброколоноскопия белгестәргә дөрөҫ диагноз ҡуйыуҙа төп ярҙамсы. Һүрәтте ҙурайтып, бәләкәй генә үҙгәрештәрҙе күрергә була. Быға тиклем тикшеренеү үтеү өсөн түләүле медицина үҙәктәренә йәки бушлай республика дауаханаһына барырға тура килә ине. Эндоскоптар ҙур дауаханаларҙа ғына бар, райондарҙа бик һирәк, уның хаҡы 10 миллион һумдан ашыу тора. Бындай ҡыйбатлы аппарат менән тәьмин иткән министрлығыбыҙға рәхмәт.
— Был аппаратта эшләү өсөн беҙҙең белгестәр бармы? Ҡасандан ҡабул итә башлаясаҡтар?
— Эндоскоп менән беҙҙең табиптар — Р. Р. Манапов менән К. Ш. Ҡасҡынбаев эшләйәсәк. Белгестәрҙән тәжрибә алыу өсөн улар онкодиспансерға, киләһе йыл Ҡазанға барып уҡыясаҡ, өйрәнәсәк. Аппаратты Өфөнән килеп эшләтергә тейештәр, наркоз өсөн кислород торбалары ҡуйылғас та эндоскопта тикшерелергә мөмкин буласаҡ.
— Дауахананың флюорографик аппараты иҫке булыуын һәр кем белә ине. Ниһайәт, күптән түгел был кабинетта өр-яңы заманса ҡорамал эшләй башланы...
— Эйе. Элекке аппараттың боҙолмаған сағы һирәк булды, файҙаланыу ваҡыты ун йыл, ә ул ун биш йыл эшләне. Ремонтлау өсөн алмаш өлөштәр табыуы ла ауыр ине. Был ҡыйынлыҡтар артта ҡалды, флюорографик кабинет заманса аппарат менән йыһазландырылды. Һанлы ҡорамал сәғәтенә 50-60 кешене ҡабул итә ала. Иҫкеһе менән сағыштырырлыҡ та түгел: асыҡ типтағы аппараттың мөмкинлектәре ҙур, нурланыш алыу ҙа ун тапҡырға кәмерәк. Тикшеренеү һөҙөмтәһен компьютерҙа ҙурайтып ҡарарға мөмкин, һүрәттәр асыҡ сыға. Улар элекке кеүек пленкаға төшөрөлмәй, һанлы форматта эшләнә. Заманса аппаратта 15 йыллыҡ хеҙмәт стажына эйә тәжрибәле рентген-лаборант Фәниә Хашимова эшләй.
— Дауаханала байтаҡ яҡшы үҙгәрештәр булған. Тағы ниндәй яңылыҡтарығыҙ бар?
— Лабораторияла биохимик һәм гематологик анализаторҙарҙы яңырттыҡ. Хәҙер гормондарҙы, аллергендарҙы тикшереү аппаратын юллау буйынса эш башланыҡ. Бындай ҡорамалдар республикала икәү-өсәү генә. Уның өсөн реактивтар бик ҡиммәт, шуға иҫәпләп-һанап, хәлдән килһә аласаҡбыҙ. Сөнки аллергия менән яфаланыусылар бик күп, тикшеренеү ҡыйбат булғас, күптәр үҙе үтер әле тип йөрөй бирә. Йылдар уҙыу менән аллергия иммунитетты ҡаҡшата, ашҡаҙан-эсәк юлдарына, йыуан эсәккә зарар килтерә, үпкә ауырыуҙарына, колит, энтероколит сирҙәренә, яман шешкә дусар итә. Быға юл ҡуймаҫ өсөн аллергенды башланғыс стадияла юҡ итеү мөһим.
Стоматология кабинеттарына яңы аппараттар ҡуйылды. Дауаханала дүрт үпкәне яһалма елләтеү аппараты һәм алты кислород концентраторы бар, улар район башлығы И. Нафиҡов һәм Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ярҙамы менән алынды. Коронавирус пандемияһы осоронда был аппараттар сирлеләрҙе дауалауҙы еңеләйтте, пневмониянан өҙлөгөүҙәрҙе киҫәтте. Вирус бөткән хәлдә лә, концентраторҙар эшһеҙ тормаясаҡ, үпкә, йөрәк менән яфаланыусылар, операциянан һуң сирлеләр кислород менән тәьмин ителәсәк.
— Районда коронавирус буйынса хәл нисек? Ауырыу артамы, кәмейме?
— Ковидтың яңы осраҡтары асыҡланғаны юҡ. Пневмония менән сирләүселәр күрһәткесе лә уртаса кимәлдә ҡала. Район дауаханаһының инфекция бүлексәһендә бөгөнгө көндә 39 пациент дауалана. Был һандың кәмемәү сәбәбе шул — беҙ ауырыуҙарҙы оҙаҡ, ике аҙна дауамында дауалайбыҙ. Әммә был коронавирус бөттө тигән һүҙ түгел. Һаҡланыу саралары тураһында онотмағыҙ, йәмәғәт урындарында битлек кейеү мотлаҡ. Поликлиникала «ҡыҙыл зона» ҡаласаҡ, унда участка терапевтары, белгестәр ҡабул итәсәк.
— Кадрҙар мәсьәләһе нисек хәл ителә?
— Асҡар үҙәк дауаханаһына хирург, рентгенолог кәрәк. Әлеге ваҡытта инфекционист менән педиатр килде, улар «Ауыл докторы» программаһында ҡатнашасаҡ. Яңы онколог эш башланы, хәҙер дауаханала ике белгес ҡабул итә. Кадрҙарға ҡытлыҡ бар: Байым, Красная Башкирия участка дауаханаларына педиатр, участка терапевтары, Буранғолда дөйөм тәжрибә табибы талап ителә.
— Фельдшер-акушерлыҡ пункттары буйынса ни әйтерһегеҙ?
— Районда бөтәһе 59 ФАП эшләп килә. Ошо аҙнала Салауат ауылында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Ул тулыһынса йыһазландырылған. Тиҙҙән Йәлембәттә асыласаҡ. Быға тиклем шундай пункт Дәүләттә сафҡа индерелде. Киләһе йылда тағы ике модулле ФАП асырға ниәтләнәбеҙ. 2024 йылға тиклем бөтәһе 20 фельдшер-акушерлыҡ пунктын яңыртыуҙы планлаштырабыҙ, шул иҫәптән утын менән йылытылған биш медпункт ошо исемлектә. Яҡтыкүл ауылында ФАП юҡ, халыҡтың һорауы буйынса яҡын йылдарҙа унда төҙөү ҡарала.
— Илгиз Рәсүл улы, гәзит уҡыусыларға еткерер һүҙҙәрегеҙ барҙыр...
— Үҙегеҙҙең һәм яҡындарығыҙҙың һаулығын һаҡлағыҙ, сәләмәтлегегеҙгә иғтибарлы булығыҙ. Сирҙе аҙҙырып, һуңлап табипҡа күренеү дөрөҫ түгел. Беҙҙең маҡсат — район дауаханаһына күберәк заманса медицина аппараттарын алыу, тимәк, тикшерелеү өсөн мөмкинлектәр тыуҙырыу. Профилактика йәһәтенән ҡаралып тороу ауырыуҙарҙы иртә стадияла асыҡларға ярҙам итәсәк. Һау-сәләмәт булығыҙ!
— Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт!
Читайте нас: