“Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә Салауат ауылында өр-яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды.
И.Һиҙиәтов исемендәге хоспис бинаһында бәләкәй генә бер бүлмәне биләгән медпункттың айырым ҙур бинаға күсеүе салауаттар өсөн дә, ҡужандар өсөн дә оло шатлыҡ. Ике ауылды хеҙмәтләндергән фельдшер Резеда Ишкилдина өсөн дә ҡыуаныслы ваҡиға ул.
–Бөтә уңайлыҡтар булдырылған, иркен бина төҙөп биргән, медпунктты өр-яңы йыһаҙ, медицина ҡорамалдары менән тәьмин иткән республика, һаулыҡ һаҡлау министрлығы, район һәм үҙәк дауахана етәкселектәренә Салауат, Ҡужан ауылдары халҡы исеменән рәхмәт белдерәм, – тине ул үҙенең сығышында.
Медпунктты асыу тантанаһында район башлығы Илдар Нафиҡов, Белорет ҡала һәм Асҡар дауаханаларының баш табибтары Виктор Чубик һәм Илгиз Килдейәров һәм башҡалар ҡатнашты һәм бөтә халыҡҡа кәрәкле бина асылыу уңайынан тәбрикләү һүҙҙәрен еткерҙеләр, яңы бинаны туйлап бүләктәр тапшырҙылар.
Бинаны төҙөүселәргә һәм уларға ярҙам күрһәткәндәргә маҡтау ҡағыҙҙары, рәхмәт хаттары тапшырылды.