+8 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
5 Сентябрь 2020, 10:15

Робот-хирург ярҙамында бауырға тәүге операция

Робот-хирург Волга буйы федераль округында берҙән-бер. Илдә бөтәһе - 30. Бары Башҡортостанда ғына операция бушлай яһала. Бауырға яһалған тәүге операция уңышлы үтте.#национальныепроекты#региональныепроекты#нацпроектыБашкортостан

Робот-хирург Волга буйы федераль округында берҙән-бер. Илдә бөтәһе - 30. Бары Башҡортостанда ғына операция бушлай яһала. Бауырға яһалған тәүге операция уңышлы үтте.
Илдә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы алынған заманса ҡорамалдар, яңы технологиялар халыҡ һаулығын яҡшыртыуға хеҙмәт итә.
Өфөлә робот-хирург ярҙамында бауырға тәүге операция яһалды. Гастроэнтерологтар үҙ тәжрибәһендә беренсе тапҡыр мөғжизәле ярҙамсыны ҡулланды. Операцияға 30 йәшлек пациентты әҙерләйҙәр. Табиптар робот ярҙамында бауырҙағы шеш төйөрсәһен алып ташларға тейеш.
Башҡортостан дәүләт медицина университеты клиникаһында Да-Винчи системаһы 2018 йылда эш башланы. Ошо осорҙа урология, гинекология, нейрохирургия, колопроктология өлкәләрендә меңгә яҡын операция яһалды. Клиниканың хирургия бүлексәһе мөдире Фәрит Нагаев әйтеүенсә, операция яһаласаҡ урын ун тапҡырға ҙурайтыла, әмәлиәт бәләкәй генә тишемдәр аша башҡарыла. Үтеп инеү ауыр булған участкала ювелир теүәллеге менән яһалғанлыҡтан, ҡан аҙ юғалтыла, өҙлөгөү хәүефе юҡ.
Да-Винчи системаһын файҙаланыу операция ваҡытын ғына түгел, ә реабилитация срогын да ҡыҫҡарта. Ауырыуҙар ике-өс тәүлектән һуң өйҙәренә ҡайтып та китә. Робот-хирург Волга буйы федераль округында берҙән-бер. Илдә бөтәһе - 30. Бары Башҡортостанда ғына операция бушлай яһала. Бауырға яһалған тәүге операция уңышлы үтте.
Читайте нас: