+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
8 Сентябрь 2020, 11:35

Мәктәптәрҙә 65 стоматология кабинеты эшләй

«Ҡанатлан» мәғариф проектының «Сәләмәт йылмайыу» модулен ғәмәлгә ашырыу маҡсатында республикабыҙ ҡала һәм райондарындағы мәктәптәрҙә – 61, Өфөлә 4 стоматология кабинеты асылған.#национальныепроекты;#регпроекты;#нацпроектыБашкортостан

«Ҡанатлан» мәғариф проектының «Сәләмәт йылмайыу» модулен ғәмәлгә ашырыу маҡсатында республикабыҙ ҡала һәм райондарындағы мәктәптәрҙә – 61, Өфөлә 4 стоматология кабинеты асылған. Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә республикабыҙҙың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин ошондай һандар килтерҙе.
Бындай кабинеттарҙың булыуы стоматологик ярҙам алыу кимәлен күтәрә, уҡыусыға уҡыуҙан айырылмайса тештәрен дауаларға мөмкинлек бирә. Әлеге стоматология кабинеттарында дауалау-профилактика эше бер тапҡыр санация үткәреү юлы менән ойошторолған. Планлы санация үткәреү һөҙөмтәһе буйынса ошо йылдың тәүге яртыһында 11 мең 47 уҡыусы ҡаралған, шуларҙың 6 мең 840-ы тештәрен дауалауға мохтаж.
Әйткәндәй, «Сәләмәт йылмайыу» модуле илебеҙҙә «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.
Читайте нас: