-1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
9 Сентябрь 2020, 11:25

Санитар авиация ярҙамға ашыға

Республикала санитар авиация үҙ эшен башланы. ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Яңыраҡ уның ярҙамында беҙҙең район кешеһен Өфө дауаханаһына алып киттеләр.
Һаулыҡ һаҡлау министрлығында әйтеүҙәренсә, янбаш һөйәге һынған пациентты тәүҙә Белорет үҙәк дауаханаһына килтерәләр, унда диагноз ҡуялар. Табиптар уны медицина күрһәткестәре буйынса Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһына ебәрергә ҡарар итә. Табиптарға “Ансат” вертолеты ярҙамға килә. Хәҙер пациент табиптарҙың күҙәтеүе аҫтында.
Башҡортостанда санитар авиация “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы үҫешә. Республикала медицина ойошмаларынан алыҫ булмаған ерҙә һигеҙ вертолет майҙаны әҙерләнгән. Улар Баймаҡ, Белорет, Нефтекама, Октябрьский, Стәрлетамаҡ, Сибай ҡалаларында һәм Асҡын, Мәсәғүт ауылдарында урынлашҡан. 2020-2024 йылдарҙа санитар авиация ярҙамында кәм тигәндә 465 осош яһаласаҡ. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, 2024 йылға хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен кәметеү, тәүге медицина-санитар ярҙамын яҡшыртыу бурысы ҡуйылды. Республикала ойошторолған санитар авиация ошо мәсьәләләрҙе тормошҡа ашырыуҙа ҙур таяныс буласаҡ.

Фото:Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Читайте нас: