+2 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
11 Сентябрь 2020, 12:35

Халыҡҡа медицина хеҙмәте күрһәтеү яҡшыра

Республикабыҙҙың төрлө төбәктәрендә “Һаулыҡ һаҡлау“ милли проекты сиктәрендә халыҡҡа медицина хеҙмәте күрһәтеүҙе яҡшыртыу маҡсатында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункттары асылыуын дауам итә.#нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан

Республикабыҙҙың төрлө төбәктәрендә “Һаулыҡ һаҡлау“ милли проекты сиктәрендә халыҡҡа медицина хеҙмәте күрһәтеүҙе яҡшыртыу маҡсатында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункттары асылыуын дауам итә.
Ошо көндәрҙә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Баймаҡ районы Ярат ауылында заманса уңайлыҡтары булған өр-яңы фельдшер-акушерлыҡ пунктын асыуҙа ҡатнашты.
“300-ҙән ашыу халҡы булған Ярат ауылы өсөн был яңы ФАП - ысынлап та, ҙур бүләк. Хәҙер уларға 46 саҡрымдағы район үҙәгенә йөрөргә кәрәкмәй: яңы медицина учреждениеһында бар уңайлыҡтар булдырылған. Ауыл фельдшеры Динә Ҡунысбаева күптән инде хирург та, травмотолог та, педиатр ҙа булып бөткән. Ауыл халҡының һәм урындағы фермерҙың смета-проект документтары өсөн кәрәкле сумманы үҙҙәре йыйыуы, халыҡтың тап үҙенән инициатива сығыуы бик мөһим. Ярат халҡының, шул иҫәптән бөтә Башҡортостанда йәшәүселәрҙең һау-сәләмәт булыуын теләйем. Беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, һаулыҡ һаҡлау өлкәһен үҫтереү өсөн мөмкин булғанса ярҙам итәсәкбеҙ”, - тип яҙған үҙенең сәхифәһендә республика Башлығы.
Уҙған аҙнала ошондай уҡ өр-яңы ФАП беҙҙең райондың Салауат ауылында файҙаланыуға тапшырылғайны. Йәлембәт ауылында ла медпункт төҙөлөш тамамланыу өҫтөндә, ауыл халҡы бөтә уңайлыҡтар булдырылған заманса медпункттың үҙ ишектәрен асыуын түҙемһеҙлек менән көтә.
Читайте нас: