-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
12 Сентябрь 2020, 10:00

“Сәләмәтлек поезы” – Учалыла

Республикала “Сәләмәтлек поезы” акцияһы эшен дауам итә. Ул икенсе йыл рәттән ойошторола. “Тәгәрмәсле” дауаханалар ауылдар буйлап йөрөп, халыҡҡа бер юлы бер нисә белгестә медицина тикшереүе үтергә мөмкинлеге бирә.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Республикала “Сәләмәтлек поезы” акцияһы эшен дауам итә. Ул икенсе йыл рәттән ойошторола. “Тәгәрмәсле” дауаханалар ауылдар буйлап йөрөп, халыҡҡа бер юлы бер нисә белгестә медицина тикшереүе үтергә мөмкинлеге бирә.
“Сәләмәтлек поездары” Рәсәй Президентының май указдарында билдәләнгән “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты бурыстарын тормошҡа ашырырға ла булышлыҡ итә.
“Сәләмәт республика - сәләмәт төбәк” акцияһы сиктәрендә 2 сентябрҙән башлап “Сәләмәтлек поезы” Учалы районында эш башланы. Уның составында күсмә комплекстар, шул иҫәптән, күсмә флюорография һәм маммография кабинеттары эшләй. Халыҡты терапевт, акушер-гинеколог, онколог, кардиолог, невролог, стоматолог, эндокринолог, педиатр һәм башҡа белгестәр ҡабул итә.
Акция барышында ауыл халҡына төплө консультациялар алырға, медицина тикшереүе үтергә, беренсел медицина ярҙамы алырға, Милли календарға ярашлы, прививка яһатырға мөмкинлек булдырылған.
“Сәләмәтлек поезы” акцияһы ауыл халҡы өсөн бик мөһим, сөнки ололарға, балаларға тар белгестәрҙән тикшереү үтеү өсөн, алыҫта урынлашҡан район үҙәгенә барып, күпме ваҡыт, аҡса сарыф итергә кәрәк. Был проект арҡаһында бушлай медицина ярҙамы, ысын мәғәнәһендә, халыҡҡа яҡыная.
https://bash.rbsmi.ru/
Читайте нас: