Комплекстың мөмкинлектәре бик киң. Эндоскоп ярҙамында диагностикалау процедураларын үткәргәндә ул тотороҡло аныҡ һүрәтләнеште тәьмин итә. Видеокомплекстың оптик системаһы ике режимда эшләй, мәҫәлән, лайлалы тиресәне тәрәнерәк тикшереү өсөн ғәҙәттәге режимдан тыш, “яҡынайтыу режимы”н да ҡулланып буласаҡ. Һүрәттәрҙең сифаты һәм төҫтәр айырмаһы ла хәҙер күпкә яҡшыраҡ килеп сыға. Эндоскоптарҙы һаҡлау һәм киптереү ҡорамалы ла уйланып эшләнгән. Сирлеләргә юғары технологиялы ярҙам күрһәтеүҙә яңы ҡорамалдың файҙаһы баһалап бөткөһөҙ.