-1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
26 Сентябрь 2020, 10:15

Районға сәләмәтлек поезы килде

«Сәләмәт республика — сәләмәт төбәк» акцияһы сиктәрендә күсмә үҙәк районда үҙ эшен башланы. Сараның төп маҡсаты — урындарҙа халыҡтың һаулығын тикшереү, диагноз ҡуйыу һәм кәрәк осраҡта дауаланыу өсөн йүнәлтмә биреү.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

«Сәләмәт республика — сәләмәт төбәк» акцияһы сиктәрендә күсмә үҙәк районда үҙ эшен башланы. Сараның төп маҡсаты — урындарҙа халыҡтың һаулығын тикшереү, диагноз ҡуйыу һәм кәрәк осраҡта дауаланыу өсөн йүнәлтмә биреү. «Сәләмәтлек поезы» 23 сентябрҙән 25-нә тиклем Йәнгел ауыл табип амбулаторияһында булды, артабан 28-29 сентябрҙә Сиҙәм, 30 сентябрҙән 2 октябргә тиклем Ташбулат халҡын ҡабул итәсәк.
Йәнгел ауыл табип амбулаторияһы мөдире, участка терапевы З. Ғәләүетдинова билдәләүенсә, көнөнә 30-40 кешене ҡабул итеп өлгөрәләр. Исемлектәр алдан, табип күрһәтмәһе буйынса төҙөлгән, йәғни сәләмәтлек торошо буйынса кемгә тикшерелеү кәрәк, шулар күренеп ҡала. Иң тәүҙә флюорографик тикшереү, шунан анализдар тапшырыу ҡаралған. Рентген-лаборант район үҙәк дауаханаһынан килһә, лаборанттар урындағылар. Әҙер анализдар менән кардиологҡа инәләр. Республика кардиология үҙәге табибы Әлфиә Хузина һәр кемде иғтибар менән тыңлап, ҡарағандан һуң үҙенең күрһәтмәләрен тәғәйенләй, ауыр осраҡтарҙа операция йәки дауаланыуға йүнәлтмә бирә.
— Ауыл халҡы өсөн бик уңайлы. Бына минең йөрәк ауырта, ҡан тамырҙары менән проблема ине. Оҙайлы тикшеренеүҙәр артынан баш ҡалаға сығыу өсөн эштән китеп булмай. Ә былай бер көндә хәл ителде. Өфөгә, кардиология үҙәгенә йүнәлтмә бирҙеләр, — тине тикшерелеүгә килгән апай.
Әйткәндәй, табип ҡарап, ҡан тамырҙары насар торошта булған пациенттарҙы шунда уҡ сәләмәтлек поезындағы УЗДС аппаратында тикшереүгә ебәрә.
Ысынлап та, дауахана йәки түләүле үҙәктәрҙә күпме ваҡыт, көс, аҡса аласаҡ тикшеренеүҙәрҙе йәшәгән урыныңда бер көн эсендә, бушлай үтеү бик уңайлы.
— Күсмә үҙәк килеүе халыҡҡа алдан хәбәр ителде, амбулатория хеҙмәтләндергән һигеҙ ауылдан сирлеләр исемлеге төҙөлдө. Халыҡ бик ҡәнәғәт, табиптарға, шәфҡәт туташтарына итәғәтле мөғәмәләләре өсөн рәхмәт әйтеп сығалар, — ти Зара Валерьевна. — Кардиолог та кеше күплегенә бер ҙә ҡыйынһынмай, һуңға тиклем ҡабул итергә тырыша.
Читайте нас: