РФ һаулыҡ һаҡлау министры М. Мурашко билдәләүенсә, халыҡтың 60 процентына прививка эшләү күҙаллана. Быйыл, пандемия хәүефе көслө булған заманда, кешеләр киҙеүҙән һаҡланырға теләп, үҙҙәре поликлиникаға мөрәжәғәт итә. Вакциналар яһау 1 сентябрҙән үк башланды, мәктәп уҡыусылары тулыһынса тиерлек вакцинацияланды. Көҙгө осорҙа киҙеүҙең дүрт төрө көтөлә, уларҙың өсәүһе әле өйрәнелеп тә етмәгән. Вакцина дарыуханаларҙа һатылмай, уны тик поликлиникала, дауаханала бушлай эшләтергә мөмкин. Миҙгелле киҙеү хроник сирҙәре булған кешеләр өсөн айырыуса хәүефле, шуның өсөн уны алдан иҫкәртеү хәйерле.