+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
3 Октябрь 2020, 10:00

Аппараттар эш башлай

Республиканың биш дауаханаһы өсөн “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы магнит-резонанс аппараттары алынды.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Республиканың биш дауаханаһы өсөн “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы магнит-резонанс аппараттары алынды. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы матбуғат хеҙмәтенән белдереүҙәренсә, уларҙың финанс күләме 400 миллион һум тәшкил иткән.
“Йөрәк-ҡан тамырҙары менән көрәш” төбәк проектына ярашлы, Өфөнөң 21-се дауаханаһына һәм Нефтекама ҡала дауаханаһына һәр береһе 65 миллион һум торған ике аппарат килтерелгән. 90-шар миллион һумлыҡ ике аппарат Республика балалар клиник дауаханаһына, шулай уҡ Өфөләге 17-се дауаханаға тапшырылған. ”Онкология сирҙәре менән көрәш” төбәк проектына ярашлы, 97,45 миллион һумлыҡ бер аппарат республика клиник онкология диспансерына бирелгән.
Был аппараттар юғары технологиялы ҡорамалдар булып иҫәпләнә, уларҙы монтажлау оҙаҡ ваҡыт талап итә. Улар октябрь аҙаҡтарында эш башлаясаҡ. Магнит-резонанс томографы тикшереүҙәре теүәл күрһәткестәр бирә, баш һәм тәндең йомшаҡ туҡымалары структураһындағы аҙ ғына үҙгәрештәрҙе лә яҡшы күрә, нервы системаһы, онкология патологиялары һ.б. сирҙәрҙе асыҡлауҙа ул алыштырғыһыҙ ярҙамсы. Аппарат балаларҙа нейрохирургия, урология, ревматология өлкәләрендә диагностиканы яҡшыртыуҙа, патологияларҙы иртә асыҡлауҙа ярҙам итәсәк.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, 2024 йылға хеҙмәткә һәләтле йәштәге граждандарҙың ғүмер оҙайлығын арттырыу, үлем күрһәткестәрен кәметеү (100 мең кешегә 350 осраҡҡа тиклем), яман шештәрҙән үлемде кәметеү (100 мең кешегә 185 осраҡҡа тиклем) бурысы ҡуйылған.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Читайте нас: