Республика көнө алдынан Йәлембәт ауылында бөтә уңайлыҡтары булған өр-яңы медпункт файҙаланыуға тапшырылды. Йәлембәттәрҙең шатлығын район башлығы Илдар Нафиҡов, Хөкүмәттең премьер-министр урынбаҫары Азат Баҙранов,Асҡар үҙәк дауаханаһының баш табибы Илгиз Килдейәров килде. Ҡунаҡтар йәлембәттәрҙе икеләтә байрам менән ҡотлап, ФАП-ҡа бүләктәр ҙә тапшырҙы. Был объект төҙөлөшө "Һаулыҡ һаҡлау" милли проект сиктәрендә мөмкин булды.