+8 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
13 Октябрь 2020, 12:00

Психика сәләмәтлеге физик ныҡлыҡтан да мөһимерәк

РФ Дәүләт Думаһы депутаты, табип-психиатр Борис Менделеевич психик сәләмәтлекте һаҡлау буйынса федераль программа төҙөргә һәм уны милли проекттарға индерергә тәҡдим итте.#национальныепроекты#регпроекты

“Әлеге ваҡытта медицинаның был тармағына етди иғтибар етмәй, — тине ул. — Психик сирлеләрҙе дауалау өсөн масштаблы стратегия кәрәк, сөнки психик сәләмәтлек, физик ныҡлыҡҡа ҡарағанда ла мөһимерәк. Кешеләр үҙҙәренең сирле икәнлеген йыш ҡына белмәй, психикаға зыян ҙур стресс арҡаһында барлыҡҡа килеүе ихтимал, һәм беҙҙә халыҡ психиатрҙарға, психологтарға мөрәжәғәт итеүҙе өнәп етмәй. Ошо арҡала төрлө фажиғәләр килеп сыға — әсәләр үҙенең сабыйының ғүмерен ҡыя, ир кеше ҡатынын үлтерә һ.б. ”
фото: Институт соверменных знаний
Читайте нас: