Вуз студенттарын онлайн уҡытыуға күсермәҫ өсөн ниндәй шарттарҙы күҙәтергә кәрәклекте әйтте Роспортребнадзор етәкселеге. “Бөгөн үҙ һаулығыңа яуаплы ҡарау — иң көнүҙәк мәсьәлә, — тип белдерҙе Анна Попова. — Студенттар дистанция һаҡларға һәм битлектә йөрөргә тейеш. Күпселек вуздар дистанциялы уҡыуҙа ҡала, ә медицина тармағы буйынса белем алыусылар өсөн эпидемиология нигеҙҙәре буйынса сәғәттәр арттырыла”.