+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
22 Октябрь 2020, 17:45

БР һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары COVID-19 хаҡында

Яңы коронавирус инфекцияһын йоҡтороуға шигегеҙ булһа йәки һеҙҙә COVID-19 раҫланһа – нимә эшләргә? Артабанғы мотлаҡ аҙымдар тураһында БР һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Евгений Кустов һөйләй.

Яңы коронавирус инфекцияһын йоҡтороуға шигегеҙ булһа йәки һеҙҙә COVID-19 раҫланһа – нимә эшләргә? Артабанғы мотлаҡ аҙымдар тураһында БР һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Евгений Кустов һөйләй.
Коронавирустың билдәләре ОРВИ-ға ныҡ оҡшаш:
— юғары температура,
— тын алыуы ауырлашыу,
— сөскөрөү, йүтәл һәм тымау,
— мускулдар һәм күкрәк ауыртыуы,
— баш ауыртыу һәм хәлһеҙлек,
— хатта күңел болғаныу, уҡшытыу һәм эс китеү ҙә булыуы мөмкин.
COVID-19 менән сирләүсе кеше менән бәйләнештә булһағыҙ, ауырыу көслө булған сит илдән ҡайтһағыҙ, юғары температура, йүтәл һәм тын алыу ауырлашыуы күҙәтелһә, өйҙә генә тороғоҙ.
Әгәр ҙә кеше ауырып китеп, нимә икәнен аңлай алмаһа, иң яҡшыһы диагнозды асыҡлатыу һәм медицина ярҙамы алыу өсөн табипты өйгә саҡыртыу.
«Коронавирус пандемияһы арҡаһында 2020 йылда медицина ярҙамы алыу өсөн, температура күпме булыуына ҡарамаҫтан, табипты өйгә саҡыртырға мөмкин. Элекке кеүек 38,5 градусҡа тиклем тигән сикләүҙәр юҡ», – ти министр урынбаҫары.
  • Өйгә килеп медицина хеҙмәткәре пациентҡа кәрәкле клиник тикшереү үткәрә: температураһын, йөрәк тибешенең йышлығын, ҡан баҫымын тикшерә, тын алышын тикшереү өсөн пульсоксиметрия үткәрә.
  • Шунан сығып, табип дөйөм ҡан анализынан башлап, компьютер томографияһына тиклем тикшереү тәғәйенләй.
  • Ауырыу ҡатмарлашҡан осраҡта, йәғни тән температураһы 38,5-кә күтәрелеп, бер нисә көн буйы төшмәһә, тын алыуы ауырлашһа, ҡандағы кислород кимәле 90 – 92 проценттан кәмерәк булһа, тын етмәү һиҙелһә, интоксикация күҙәтелһә медицина хеҙмәткәре өҫтәмә рәүештә ҡанға биохимик анализ, рентген йә компьютер томографияһы тәғәйенләй.
  • Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса коронавирус инфекцияһы раҫланһа, дауаханаға һалыу мотлаҡ түгел. Ауырыу еңел үткәндә, пациент участка табибы күҙәтеүе аҫтында өйҙә дауалана ала.
  • Ауырыу уртаса һәм ауыр үтә икән, терапевт ашығыс медицина ярҙамы бригадаһын саҡыра. Хәле ҡапыл насарайып киткән осраҡта, ауырыу үҙе “Ашығыс ярҙам” саҡыртырға мөмкин. Был осраҡта медиктар пациентты инфекция дауаханаһына алып китә.
  • COVID-ты иҫкәртеү
    * Социаль дистанция һәм битлек режимын тотоғоҙ!
    * Ҡулығыҙҙы йыуығыҙ һәм махсус препарат менән эшкәртегеҙ!
    * Ҡулығыҙ менән битегеҙгә теймәгеҙ!
    * Кешеләр күпләп йыйылған урында йөрөмәгеҙ!
    * Сәйәхәттәрҙән баш тартығыҙ!
    Яҙ һәм көҙгөһөн ковидҡа бәйле хәл нисек?
    Яҙғыһын хәл бик ауыр ине, әле лә ҡатмарлы. Әммә улай уҡ киҫкен түгел, контролдә тотоп була.
    КТ һәм рентген-тикшереүҙәр тураһында
    Пневмонияны диагностикалау ике ысул менән башҡарыла: КТ һәм рентген. Уларҙың икәүһе лә берҙәй үк һөҙөмтәле. Сирҙең ауыр стадияларында асыҡлау талап ителгәндә КТ үткәрелә. Ә башҡа осраҡта күкрәк ситлеге органдарына рентген үткәреү ҙә етә. Компьютер томографияһының дарыу түгеллеген, кеше сәләмәтлегенә зыян килтереүсе нурланыу икәнен иҫтән сығарырға ярамай.
    Ҡағиҙә булараҡ, ауырый башлағас та биш-алты көн эсендә үпкәнең зарарланыуы күренмәй, шуға күрә тәүҙә температура булһа ла, КТ үтергә ашығырға кәрәкмәй. Һәр кемдең күрһәткестәре буйынса тикшереү айырым билдәләнә. Компьютер томографияһына йүнәлтмә биреү тураһындағы ҡарарҙы дауалаусы табип ҡабул итә.
    КТ үтеү өсөн нигеҙ булып, биш көндән ашыу тән температураһының 38 градустан юғары булыуы, тын етмәү, киҫкен тын алыуы ауырлашыуы, күкрәктә ауыртыу барлыҡҡа киелү, ҡандың кислород менән тәьмин ителеүенең 92 – 90 проценттан түбән булыуы тора.
    Тикшереү үткәреү мәсьәләһен табип хәл итә. Пациент һәм уның туғандары КТ үтергә кәрәкме-юҡмы икәнен объектив баһалай алмауы мөмкин. КТ 4-се көндә йә температура юғары булғанда эшләнергә тейеш тигән шаблон юҡ.
    Пульсоксиметрия тураһында
    Ул тын етеү-етмәүен асыҡлау өсөн кәрәкле тикшереү. Махсус приборҙар менән табиптар эш итә. Кешеләр үҙҙәре лә аңлап, ҡандың кислород менән тәьмин ителеүен күҙәтеп барһа, яҡшы булыр ине.
    Күрһәткес 97-99 — норма иҫәпләнә.
    95-тән әҙерәк — күҙәтеп торорға, 92-90-ға төшһә – поликлиниканан табип саҡыртырға.
    Тикшереү үткәргәндә, кеше тын алмай торған ваҡытта, ҡандың кислород менән тәьмин ителеүе кәмергә мөмкин, шунлыҡтан күрһәткес тә төшә. Әммы ул нормаль күренеш. Шул уҡ ваҡытта бөтәһе лә айырым кешенең организмына бәйле, шуға күрә ауырыуҙың билдәләрен дөйөмләштереп ҡарарға кәрәк.
    Градусниктар тураһында
    Контактһыҙ градусниктарға өҫтөнлөк бирелә. Уларға ышаныс ҙурыраҡ. Ә ғәҙәти градусниктарға килгәндә, урамдан, һыуыҡтан килеп ингән кешенең тән температураһы түбәнерәк тә булыуы ихтимал. Шулай уҡ киреһенсә, кеше хәрәкәт итеп йөрөгәндән һуң бинаға ингәндә контактһыҙ термометр юғары температура күрһәтеүе мөмкин.
    COVID-диссиденттар хаҡында
    Коронавирусҡа ышанмаусылар, уны кемдер уйлап сығарған тиеүселәр әле лә барҙыр. Булған хәлдә уларға һөйләргә түгел, ә ауырыуҙың организмға нисек йоғонто яһауын күрһәтергә кәрәктер.
    «Ҡыҙыу линия» ярҙамға
    Ауырыу көсәйеү сәбәпле, ”Ашығыс ярҙам” саҡыртып шылтыратыуҙар бермә-бер артты. Шунлыҡтан ниндәйҙер сәбәп менән уларға шылтыратып та ала алмайһығыҙ икән, БР һаулыҡ һаҡлау министрлығының коронавирус һорауҙары буйынса ҡыҙыу линияһына шылтыратығыҙ: 8(347) 286-58-27, 8(347) 279-91-20.
    Читайте нас: