Былтыр Башҡортостанда күкрәк яман шеше менән ауырыуҙың 1800 осрағы теркәлгән. Әммә шуныһы бар — яман шештең был төрөн иртә стадияла асыҡлаған сораҡта, уны тулыһынса дауалау мөмкин. Йәғни, шеш ни тиклем бәләкәй булһа, уны юҡ итеүе еңелерәк. Шуға күрә милли проект ҡатын-ҡыҙҙар сәләмәтлеген тикшереүгә етди иғтибар бирә. Гүзәл заттар түш биҙҙәрен үҙаллы ла тикшереп, ниндәйҙер ауыртыныу, борсолоу билдәләре булһа, табипа мөрәжәғәт итергә, 40 йәште уҙған ҡатындар йыл һайын маммография үтеп торорға тейеш.