Планшет-компьютерҙар табипты өйгә саҡыртыу йәки ашығыс медицина ярҙамы күрһәтеү өлкәһендә эшләүсе хеҙмәткәрҙәр өсөн уңайлы. Һатып алынған 6 планшет өс ауыл табип амбулаторияһына, поликлиникаға һәм балалар поликлиникаһына бүлеп бирелгән. Ҡуйылған программаға ярашлы, планшеттан пациенттың электрон медицина картаһына инеп була, медицина хеҙмәткәре уға анализдарға, башҡа табиптарға йүнәтмә бирә, «больничный» аса ала. Планшет башҡа функциональ мөмкинлектәргә лә эйә.