Рәсәй Президенты Владимир Путин губернаторҙарға урындарҙа коронавирус менән бәйле хәл өсөн яуаплылыҡ тураһында иҫкәртте. Дәүләт башлығы был турала хөкүмәт менән кәңәшмәлә әйтте.
«Беҙ һәр төбәктә хәлде күҙәтәбеҙ, тик яуаплылыҡ тураһында онотмағыҙ», - тине ул.
Дәүләт башлығы вице-премьер Татьяна Голиковаға төбәктәргә пандемия ваҡытында һаулыҡ һаҡлау системаһы эшенә ялыуҙарҙы тикшереү өсөн комиссиялар ебәрергә ҡушты.
Һуңғы тәүлек эсендә Рәсәйҙең 84 төбәгендә коронавирус инфекцияһы менән ауырыуҙың 16 202 яңы осрағы теркәлгән. Иң күбе Мәскәүҙә (3670), Санкт-Петербургта (727) һәм Мәскәү өлкәһендә (505).
Фото: Алексей Никольский / РИА Новости