+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
2 Ноябрь 2020, 12:30

Медиктар өсөн «ышаныс телефоны»

БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығында тағы бер «ҡыҙыу линия» асылды.#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты

Был юлы ул медицина хеҙмәткәрҙәренең үҙҙәренә ярҙам итәсәк. «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты сиктәрендә булдырылған бәйләнеш — 8 (347) 232-88-70 телефонына шылтыратып, медиктар психологик ярҙамға өмөт итә ала. Ни тиһәң дә, бөгөнгө заманда, пандемия шарттарында уларға бик ауырға тура килә, иртәнән киск хәтлем аяҡ өҫтөндә, тын алғыһыҙ костюмдарҙа эшләгән, уның араһында сирлеләрҙән әллә күпме ялыу ишеткән медиктар үҙҙәре лә психологик яҡтан ҙур стресс кисерә. Шуға улар ҙа ябай йылы һүҙгә, кәңәшкә мохтаж. «Ышаныс телефоны» көн һайын 9-ҙан 21 сәғәткә тиклем эшләй.
Читайте нас: