+3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
9 Ноябрь 2020, 12:25

Медицина өлкәһенә кадрҙар йәлеп итеү дауам итә

«Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты халыҡ сәләмәтлеге һағында тороусы медицина хеҙмәткәрҙәрен хуплау сараларын арттыра. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Быйыл «дефицит» һаналған табиптарға 1 миллион һумға тиклем түләү ҡаралған. Был аҡсаны республикала тағы 143 белгес аласаҡ. Әлеге көнгә тиклем 17 табипҡа ошо программа буйынса аҡса түләнгән.
50 меңгә тиклем халыҡ йәшәгән ауыл йәки ҡасабаларға быйыл эшкә ҡайтҡан табип һәм фельдшерҙар, тулы эш көнө эшләгән осраҡта шулай уҡ берәр миллион һум аласаҡ.
«Ауыл докторы» программаһы сиктәрендә 90 табип 1,5 миллион һум түләм алһа, 9 фельдшер — 750 мең һум, 1 фельдшер 500 мең һум алған. Киләсәктә лә ауыл ерендә эшләүсе медицина учреждениеларына белгестәр йәлеп итеү дауам итәсәк.
Читайте нас: