+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
9 Ноябрь 2020, 18:00

Әминә коронавирусҡа ҡаршы

Т. Кусимов исемендәге гимназияның 3-сө «г» класы уҡыусыһы Әминә Теләүғолова пандемияға бәйле оҙайтылған көҙгө каникулды бушҡа уҙғармаған – 130 битлек теккән.

Т. Кусимов исемендәге гимназияның 3-сө «г» класы уҡыусыһы Әминә Теләүғолова пандемияға бәйле оҙайтылған көҙгө каникулды бушҡа уҙғармаған – 130 битлек теккән.
Әсәһенән күрмәксе, тегеүгә ҡыҙыҡһыныуы барлығын һиҙеп, былтыр уға уйынсыҡ кеүек бәләкәй генә теген машинаһы алып биргәндәр. Үҙе туплаған аҡсаға туҡыма һатып алып, битлек тегергә булған ҡыҙының изге ниәтен әсәһе Гөлнәзирә Садиҡ ҡыҙы ла хуплаған, нисек бесергә, тегергә кәрәклеген өйрәткән, хатта үҙе лә тегешкән. Бөгөн әсәле-ҡыҙлы Теләүғоловтар Асҡар баҙарында, иҫәнлек-һаулыҡ теләп, оло быуын кешеләренә 100 дана битлек таратты. Ҡалған 30 битлекте Әминә мәктәпкә алып барып класташтарына өләшәсәк.
Читайте нас: