Ауырыу ҡоторған еңел булмаған осорҙа йәшәйбеҙ. Бигерәк тә дауаханаларҙа хәл киҫкен. Шул иҫәптән, беҙҙә лә. «Ҡыҙыл зона»ла ҡара таңдан сират алып, йөҙәрләгән хәлһеҙ пациент табипҡа инеү сәғәтен көтә, провизор госпиталдә урындар етешмәй, үҙ ғүмерҙәрен хәүеф аҫтына ҡуйып, сәләмәтлек һағында вирус менән алһыҙ-ялһыҙ көрәшкән медперсонал иңенә ҙур көсөргәнеш ята.
Пандемия мөмкинлектәрҙе үлсәмәй. Иң башта үҙәк район дауаханаһының инфекция бүлексәһе, провизор госпиталь булараҡ, ауырыуҙарҙы ҡабул итһә, тиҙ арала терапия, неврология бүлексәләре лә ауыр инфекциялы сирлеләр менән тулды. Берәүҙәр йүнәлеп сығыуға, уларҙың урынына икенселәре инеп кенә тора. Ә күпме сирле өйҙә амбулатор дауалана? Һуңғы мәлдә вирустың айырыуса көсәйеүе үҙәк дауаханала койка фондын арттырыу мәсьәләһен көн үҙәгенә сығарҙы һәм провизор госпиталде дүрт ҡатлы корпусҡа күсерергә мәжбүр итте. Ә унда урынлашҡан хирургия, балалар һәм башҡа бүлексәләр, киреһенсә, өс ҡатлы стационарға күсерелде. Ауырыу менән көрәштән тыш, медицина хеҙмәткәрҙәре өҫтөнә, күсенеү сәбәпле, өйөлгән тауҙай хужалыҡ хәстәрҙәрен һөйләп бөтөрөрлөк түгел.
Әммә төп һүҙ ул турала түгел. Өҫтәмә койка-урындар өҫтәмә матди-техник тәьмин ителеш, тимәк, өҫтәмә сығымдар ҙа талап итә. Әлбиттә, коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәшкә хөкүмәт кимәлендә ҙур саралар бүленә. Ләкин бөгөн үҙәк дауахана түшәк-ҡаралты кәрәк-яраҡтарына, хатта хужалыҡ, канцелярия тауарҙары кеүек ябай ғына ярҙамға ла мохтаж. Элегерәк түләүле хеҙмәттәр — анализ тапшырыу, белешмәләр биреүҙән килгән саралар кәрәк-яраҡҡа тотонолоп килһә, бөтә эшмәкәрлек ковид менән көрәшкә йүнәлтелгән хәҙерге көндә үҙәк дауахананың аҡса эшләү мөмкинлеге бөтөнләй юҡ. Шуға күрә һәр кем хәленән килгәнсә уға ярҙам ҡулы һуҙа ала. Берәүҙе лә аямаған сирҙе эләктереп, иртәгә дауахана койкаһына барып ятыуҙан бер кем дә ҡурсаулы түгел.
Иң беренселәрҙән булып үҙәк район дауаханаһына эшҡыуарҙар советы матди ярҙам йыйыу ойошторҙо. Совет рәйесе А. З. Әминев дауаханалағы хәлдәрҙе үҙ күҙҙәре менән күргәс, битараф ҡала алмаған. Провизор госпиталде күсереүгә йөк автомобиле бүлгән, түшәк-ҡаралты менән тулыһынса комплектлаштырылған 20 карауат алып килеп биргән. Һәм шәхси миҫалында башҡа эшҡыуарҙарҙы ла акцияға ҡушылырға өндәгән. Халыҡ мәҡәле әйткәнсә, ил төкөрһә — күл була: 9 ноябргә ҡарата эшҡыуарҙар 63500 һум күләмендә аҡса йыйған. Был изге эш артабан да дауам ителәсәк.
— Бөгөн эшҡыуарҙарға ла еңел түгел. Пандемия арҡаһында күптәр иҡтисади зыян күрҙе. Шулай ҙа, шөкөр, бик үк мөшкөл хәлдә түгелбеҙ һәм, иң мөһиме, кешелеклелекте юғалтмағанбыҙ. Эшҡыуарҙарҙың һәр ваҡыттағыса берҙәм, әүҙем булыуына ышана инем — был юлы ла яңылышманым. Сөнки май айында янғын арҡаһында өйһөҙ тороп ҡалған Асҡар ауылынан эшҡыуар Рәхилә Мортазинаға 100 мең һум күләмендә аҡсалата ярҙам йыйып тапшырғайныҡ. Дауаханаға ла һәр кем үҙ кеҫәһенән хәленән килгәнсә өлөш бүлде. Баш ҡалала йәшәүсе эшҡыуар Айгөл Хужинаны айырып билдәләп үтке килә. Яҡташыбыҙ бер ҡасан да районда уҙғарылған мәрхәмәтлек акцияларынан ситтә ҡалмай, был юлы ла 10 мең һумлыҡ ярҙам күрһәтте. Рәсми рәүештә Магнитогорск ҡалаһында теркәлгән Зураб Асланикашвили, эшмәкәрлеген Әбйәлилдә алып бара, 5 мең һум аҡса бирҙе. Аҡса йыйыуҙы советтың финанс эштәре буйынса яуаплы ағзаһы, бухгалтер Гүзәл Килдейәроваға йөкмәткәнбеҙ, ул көн һайын чатта асыҡтан-асыҡ отчет эшләп бара. Баш табип И. Р. Килдейәровҡа 50 мең һум аҡсаны тапшырҙыҡ та инде. Был сараларға түшәк, сантехник, электр кәрәк-яраҡтары һатып алдылар. Аҡса йыйыуҙы тамамлағас, ҡалған сумманы бирәсәкбеҙ. Башҡа ойошмалар, хеҙмәт коллективтары акцияға ҡушылыр, тип уйлайым. Күмәкләп яу ҡайтарырға мөмкин, — ти Айрат Зиннәт улы.
Эшҡыуарҙарҙың мәрхәмәтле башланғысы күтәреп алынды. Дүшәмбе көнө район Советы депутаттары үҙәк дауаханаға ярҙамға аҡса йыйҙы һәм был сараларға түшәк комплекттары, электр ҡорамалдары һатып алып тапшырҙы.