+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
16 Ноябрь 2020, 11:20

Коронавирустан һуң реабилитация үтергә мөмкин

Республика физкультура диспансеры covid-19 инфекцияһы менән сирләгән пациенттарҙы, дауаланып сыҡҡандан һуң реабилитация үтергә саҡыра.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

«Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты сиктәрендә был учреждениела махсус программа эшләй: сирлеләр өсөн тын алыу гимнастикаһы, дауалаусы физкультура алымдары үткәрелә, психотерапевтар менән әңгәмәләшергә мөмкин. Әлеге ваҡытта республиканың бөтә медиктары пневмонияға һәм коронавирусҡа ҡаршы көрәшә, ә реабилитацияға ваҡыт та ҡалмай. Шуға күрә был бурысты физкультура диспансеры табиптары үҙ иңдәренә алырға ҡарар иткән.
Реабилитация үҙәгенә эләгеү өсөн участка табибынан йүнәлтмә алырға кәрәк.
Читайте нас: