+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
16 Ноябрь 2020, 11:10

Йәш әсәләр һәм яңы тыуған сабыйҙар өсөн

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә реанимобиль ҡайтарылды.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Ошо көндәрҙә Белорет ҡалаһының перинаталь үҙәге 6,7 миллион һумлыҡ реанимобиль менән тулыландырылды. Федераль проект сараларына алынған был автомобиль донъяға яңы тыуған сабыйҙарға, йәш әсәләргә кәрәкле медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн бөтә ҡорамалдар — камера-инкубатор, үпкәне яһалма тын алдырыу аппараты, инфузион насос, мониторҙар, бөтә тейешле дарыу препараттары менән йыһазландырылған.
Белорет ҡалаһының перинаталь үҙәге Белорет, Учалы, Әбйәлил, Бөрйән райондары ҡатын-ҡыҙҙарын үҙендә ҡабул итә.
Читайте нас: