-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
17 Ноябрь 2020, 11:20

17 ноябрҙән Башҡортостанда коронавирустан өйҙә дауаланыусыларға бушлай дарыу бирелә башлай

«Башфармация» келәттәренә яңы коронавирус инфекцияһынан дауалаусы препараттар килде. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

«Башфармация» келәттәренә яңы коронавирус инфекцияһынан дауалаусы препараттар килде. Улар амбулатор пациенттар өсөн федераль сараларға һатып алынған. Республикаға был маҡсатта 150 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән, ул 19 мең пациентҡа иҫәпләнгән. Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдереүенсә, әле 1100 кешегә етерлек вирусҡа ҡаршы һәм 2 мең пациентҡа еткәндәй антибактериаль препараттар һатып алынған. Ауырыу кимәлен иҫәпкә алып, ай һайын COVID-19 раҫланған йәки уға шик булған 5 меңдән дә кәм булмаған пациентты дарыуҙар менән тәьмин итеү планлаштырыла. Бигерәк тә коронавирус һәм дауахананан тыш пневмония буйынса ауыр сирлеләргә өҫтөнлөк биреләсәк.
Читайте нас: