+3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
17 Ноябрь 2020, 12:00

Республикала 694 модулле ФАП ҡуйыласаҡ

Буласаҡ ФАП-тарҙың модулле конструкцияларын күтәреү әлеге ваҡытта 41 район һәм ике ҡала биләмәһендә дауам итә. Алдағы йылда тағы ла ошондай уҡ 62 ФАП ҡуйыу планлаштырыла.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Был маҡсатта ағымдағы йылда 320 миллион һум аҡса бүленде, шул иҫәптән 296 миллион һумы федераль бюджеттан, тине БР Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин.
Буласаҡ ФАП-тарҙың модулле конструкцияларын күтәреү әлеге ваҡытта 41 район һәм ике ҡала биләмәһендә дауам итә. Алдағы йылда тағы ла ошондай уҡ 62 ФАП ҡуйыу планлаштырыла.
2016-2019 йылдарҙа төбәктә 80 модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлгән. Улар кадрҙар менән дә тәьмин ителгән. Бында ауылға эшкә килеүсе белгестәргә 500 мең һум күләмендә түләм биреүҙе гарантиялаусы «Ауыл табибы» республика программаһының роле ҙур. 2017-2019 йылдарҙа 176 фельдшер түләм алған. Ағымдағы йылда белгестәргә финанс ярҙамға, 44 фельдшерға иҫәп тотолоп, 22 миллион һум күләмендә аҡса ҡаралған, уларҙан 17 белгес эшкә тотонған да инде.
Мәғлүм булыуынса республика етәкселеге 2024 йылға тиклем авария хәлендәге 400 фельдшер-акушерлыҡ пунктын яңартырға ҡарар иткәйне.
– Программа буйынса йыл дауамында башҡарылған эш насар түгел. Һаулыҡ һаҡлау министрлығына ошо темпты кәметергә кәрәкмәй, – тип йомғаҡланы БР Башлығы Радий Хәбиров. – Халыҡ быға мохтаж. Улар яңы дауалау учреждениелары асылыуын көтә.
Республикала бөтәһе 2076 стационар һәм 35 күсмә фельдшер акушерлыҡ пункты эшләй.
Читайте нас: