2024 йылға тиклем “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, республикаға федераль бюджеттан 15 миллиард һум аҡса бүленә. Был аҡса һаулыҡ һаҡлау өлкәһен модернизациялауға китәсәк, тәүге транш 2021 йылда буласаҡ, тип белдерҙе Башҡортостан Башлығы Радий Хабиров. “2024 йылға тиклем беҙ төбәктә яҡынса 400 иҫке, насар тороштағы фельдшер – акушерлыҡ пункттарын тулыһынса модернизациялайбыҙ йәки яңыртасаҡбыҙ”,- тине ул. Әйткәндәй, быйыл йыл аҙағына тиклем Башҡортостанда шул уҡ “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә 41 районда һәм ике ҡала округында 94 ФАП сафҡа инә, шуларҙың 79-ы федераль аҡса иҫәбенә.