+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
24 Ноябрь 2020, 12:05

Иң яҡшы тактика – профилактика

Ауырыуҙы дауалауҙан иҫкәртеүе еңелерәк. Төрлө, бигерәк тә миҙгелле вируслы инфекцияларға ҡаршы һөҙөмтәле профилактик сараларҙың береһе булып прививкалар яһатыу тора.

Ауырыуҙы дауалауҙан иҫкәртеүе еңелерәк. Төрлө, бигерәк тә миҙгелле вируслы инфекцияларға ҡаршы һөҙөмтәле профилактик сараларҙың береһе булып прививкалар яһатыу тора. Мәҫәлән, киҙеүгә ҡаршы прививка эшләткән кешеләрҙең ундан бер өлөшө генә сирләй, әммә улар ауырыуҙы еңел үткәрә. Медицина практикаһында был вакцина 50 йылдан ашыу ҡулланыла. Киҙеү вирустары һәр саҡ мутацияға дусар һәм йыл һайын төрлө штаммдар йөрөй. Шуға күрә вакцинаның составы гелән яңыртылып тора.
Асҡар үҙәк район дауаханаһы ағымдағы иммунизация кампанияһында 16738 доза гриппол вакцинаһы алған. Шуның 5523-е мәктәпкәсә йәштәге балаларға һәм уҡыусыларға, 10490-ы өлкән йәштәге кешеләргә эшләнгән. Район халҡы иҫәбенән сығып, үҙәк дауаханаға еткерелгән план, әле 79 процентҡа үтәлгән. Табип-эпидемиолог Г. С. Рамаҙанова белдереүенсә, киҙеүгә ҡаршы вакцина бар һәм уны һалдыртыуға хәҙер ҙә һуң түгел.
– Коронавирус ҡотороуына ҡарамаҫтан, киҙеү тураһында онотоп, профилактика осорон үткәреп ебәрергә ярамай. Бигерәк тә Covid-19 сирен үткәреүселәрҙең иммунитеты ныҡ ҡаҡшай. Шуға күрә сәләмәтлек өсөн шулай уҡ ҡурҡыныс эҙемтәләр менән янаусы, хатта ҡайһы бер ауыр осраҡтарҙа үлемгә алып килеүсе киҙеү вирусын «ҡоралланып» ҡаршылау яҡшыраҡ. Вакцинаны киҙеү миҙгеле башланғанға тиклем яһатыу отошло. Ғәҙәттә, ул февраль-март айҙарында көсәйә. Прививканы хәҙер яһатырға мөмкин һәм кәрәк тә. Юғиһә, халыҡ араһында иртә көҙҙән укол эшләтеп ҡалмаһаң, файҙаһы юҡ, тигән фекер төптө яңылыш, – ти Гөлгөнә Сафуан ҡыҙы.
Табип әлеге ваҡытта оло йәштәгеләр өсөн пневмококк инфекцияһына ҡаршы вакцина килеүен дә әйтеп үтте. Иммунизация алдынан прививка эшләтеүсенең сәләмәтлек хәле табип тарафынан ентекле тикшерелергә тейеш. Пандемияға бәйле, пневмококка ҡаршы вакцина районға күп бүленгән, шуға күрә план да арттырып үтәлгән. Әле ул хәүеф төркөмөнә ҡараған 1644 кешегә, шул иҫәптән 519-ы балаларға яһалған, был планға ярашлы 128 процент тәшкил итә. Прививка эшләнгән балаларҙы ревакцинациялау ҙа тамамланып килә – бөгөнгө көнгә 85 процент тәшкил итә.
Менингококк инфекцияһы тиҙ таралыусы, ҡурҡыныс инфекцияларҙың береһе. Уны «менингококк» бактерияһы тыуҙыра. Инфекцияны сирле кеше сөскөргән, йүткергән, уның менән үбешкән осраҡтарҙа ғына түгел, хатта ауырыуҙы билдәһеҙ үткәреүселәрҙән һәм тормош-көнкүреш әйберҙәре аша йоҡторорға мөмкин. Менингококк инфекцияһына ҡаршы вакцина яһау эпидемик күрһәткестәр буйынса профилактик прививкалар календарына индерелгән. Ул башлыса балаларға һәм хәүеф төркөмөнә ҡараған өлкән йәштәге кешеләргә, шулай уҡ хәрби хеҙмәткә китеүсе егеттәргә яһала. Үҙәк дауахана эпидемиологы ағымдағы прививкалау осоронда менингококк инфекцияһына ҡаршы вакцинациялау планы 113 процентҡа еткереп үтәлеүен, йәғни ул 166 кешегә эшләнеүен билдәләне.
Читайте нас: