Белгестәр билдәләүенсә, әлеге система поликлиникалағы сиратты күҙәтеүҙә тоторға ярҙам итәсәк, стоматологик ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән пациенттарҙың учреждениела булыу ваҡытын кәметәсәк. Шулай уҡ кәрәк булған осраҡта граждандарҙы онлайн-режимда ҡабул итеү һәм пациенттарҙы хеҙмәтләндереүҙең сифатын яҡшыртыу мөмкинлеге барлыҡҡа килде.