+6 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
11 Декабрь 2020, 19:22

Республикала аборттар һаны кәмей

Статистикаға күҙ һалһаң, Рәсәйҙә йыл һайын 170 мең ҡатын-ҡыҙ аборт эшләтә. Ә республикала рәсми мәғлүмәттәр буйынса, йыл һайын 4 мең самаһы пациент йөклөлөктө төшөртөүгә килә.

Статистикаға күҙ һалһаң, Рәсәйҙә йыл һайын 170 мең ҡатын-ҡыҙ аборт эшләтә. Ә республикала рәсми мәғлүмәттәр буйынса, йыл һайын 4 мең самаһы пациент йөклөлөктө төшөртөүгә килә. Ни өсөн ҡатын-ҡыҙҙар үҙҙәренең ғүмерен, һаулығын ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып был аҙымға бара һуң? Йәш, күпселектә бәлиғ булмаған ҡыҙҙар ата-әсәһенән ҡурҡып йәки егете ташлап, ә башҡа ҡатын-ҡыҙҙар матди тотороҡһоҙлоҡ, медицина сәбәптәре арҡаһында, шулай уҡ ҡайһы бер ғаиләләр ғәҙәти, уңайлы тормош шарттарынан баш тартырға теләмәй абортҡа килә. Был аҙымға барыусылар аҙаҡтан ғүмер буйына үҙҙәрен ғәйепле тойоп йөрөүе мөмкин. Ә ҡайһы саҡта беренсе аборттан һуң, бала табыуҙан бөтөнләй мәхрүм ҡалыу осраҡтары ла бар. Шуның өсөн дә аборттарҙы профилактикалау мөһим.
Башҡортостанда быйылғы йылдан алып аборттар һанын кәметеү һәм тыуымды арттырыу буйынса ведомство-ара проект та эшләп килә. “Ғүмер бүләк ит” программаһы 2024 йылға тиклем дауам итә. Был проектка ярашлы,һәр ҡатын-ҡыҙҙы аборттан баш тартырға ризалаштырған өсөн, табип-гинекологтарға 5 мең һум күләмендә премия ла ҡаралған. Шулай уҡ медико-социаль кабинеттар эшләп килеү һөҙөмтәһендә һуңғы алты айҙа 22.4 процент ҡатын-ҡыҙ аборттан баш тартҡан.
Читайте нас: