-6 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
11 Декабрь 2020, 12:00

Төн, көн, төн

Был яҙманы аҙағынаса уҡыһағыҙ, һеҙ мотлаҡ битлек кейәсәкһегеҙ.

Өс ерләү хеҙмәте автобусы — икәүһе көмөш, береһе ҡара төҫтә — ҡапҡа янында тора. Кәрәкле әйберҙәр, аҙыҡ-түлек алып килгән туғандарҙан оҙон сират хасил булған. Шәп-шәп атлап табиптар үтеп китә — 20 минуттан смена алмашынасаҡ.
15-се дауахана, Мәскәү. 1474 пациент, һуңғы тәүлектә 225 кеше өҫтәлгән. Бөтә дауахана — «күк» һәм диагностика корпустарынан тыш — ҡыҙыл зона. Коронавирусҡа ҡаршы көрәштең 207-се көнө бара.
Ошо 207 көн эсендә нимәләр үҙгәргән?
Бөтә медицина хеҙмәткәрҙәренең күреү һәләте яҡынса ярты диоптрияға насарайған. Артыҡ күп түгел, әммә һиҙелә. Улар ярты йыл дауамында донъяға пластик күҙлек һәм шлем аша ҡарай. Гипоксия арҡаһында күптәрҙә баш әйләнеүе күҙәтелә. «Быныһына ла өйрәндек», – тиҙәр. Ҡайһы бер шәфҡәт туташтары төштәр күреүҙән туҡтаған.
Төн
Төнгө комендант корпус буйлап атлай һәм рацияны тыңлай. Уның исеме — Виктор Давидович Аносов. Ул — баш табиптың хирургия буйынса урынбаҫары. Бөгөн төндә комендант булып эшләй, ә иртәгә киске сәғәт етегә тиклем хирургтар менән обход яһаясаҡ, бер нисә операция көтә.
«Яҙғыһын ике-өс айға, тип уйлағайныҡ. Тиҙ арала еңәсәкбеҙ, тип ышандыҡ. Ә ул бөтмәй. Әлеге ваҡытта бер-ике йылға иҫәп тотабыҙ. Киләһе йылдың йәйенә — мотлаҡ булыр... »
Тулы кәүҙәле ир секунд һайын тын ала. Күҙҙәре атылып сығып килгәндәй, ҡурҡып ҡарай. Ул быуыла.
«Әгәр интубация эшләмәһәк, сәғәт эсендә үлеүе ихтимал», — ти Виктор Давидович.
«Был сирҙе ике аҙнала еңеп була. Бының өсөн Ер йөҙөндәге кешеләр ике аҙна бер-береһе менән бөтөнләй аралашмаҫҡа тейеш. Әммә был мөмкин түгел», – ти ул.
З. исемле сирлене ҡарайҙар, уны башҡа дауахананан алып килгәндәр. «Минең аяғым ауыртты. Ныҡ ауыртты», — ти ул. Ярҙам эҙләгән күҙҙәре әле табипҡа, әле шәфҡәт туташына, йә миңә төбәлә. Доктор Ирина Евгеньевна Харламова одеялды күтәреп, аяҡтарын ҡарай. Уң аяғы һалҡын, ап-аҡ төҫтә. «Тромбоз. Был — ковидтың ғәҙәти эҙемтәһе. Алырға кәрәк. Операция ике сәғәттән».
«Тромбтар бөтәһендә лә. Организмда тромб барлыҡҡа килеү ихтималлығын күрһәткән D-димер нормала бер-ике, максимум 500 булырға тейеш, ә беҙҙең сирлеләрҙә ул — 1000, 3000, 7000!» — ти Виктор Давидович.
— Баштағы тромб — инсульт, йөрәктәге — инфаркт, үпкәләге — үпкә эмболияһы. Аяҡ-ҡулдарҙа булһа, еңелерәк. Ампутациялар көн һайын яһала.
З. өсөн операция бүлмәһе дүрт сәғәттән генә бушай. Ашығыс операция бүлмәләре дүртәү генә ҡалған, башҡаларын реанимация итеп үҙгәрткәндәр.
Аяҡты һары матдә менән буяйҙар һәм ҡырҡалар. Тамырҙарҙы иттән айыралар. Балтыр аша өс магистраль артерия үтә, барыһын да таҙартырға кәрәк. Ҡан тамырҙарына Фогарти катетеры – нәҙек кенә пластик торба индерелә.
Тромбтарҙы алдылар — ямғыр селәүсене кеүек оҙондар. «Бына шулай, көн дә үҙебеҙҙе балыҡсы ише тоябыҙ», — ти шәфҡәт туташы. Тромбтар артабан тикшереү өсөн банкаға һалына.
Ҡан тамырҙары ҡарайған, бығаса ҡатып торғандары эшләй башлай, ҡан артабан китә. Табип аяҡҡа допплерҙы – динамиклы, ультратауышлы микрофонды ҡуя һәм беҙ ҡандың тамырҙар буйлап ағыуын ишетәбеҙ. Табанда ул туҡтап ҡала, әммә ваҡ тамырҙар киңәйер һәм ҡан әйләнеше тулыһынса терелер, тигән өмөт бар. «Мөмкин булғанды эшләнек, тегәбеҙ».
Көн
Табиптар коридорҙа кейем алмаштыра. Һаҡлаусы костюмдарға бейджиктар йәбештерелә. Исем, фамилия, вазифа.
Дүрт операция бүлмәһе эшкә әҙер.
Сәсе салланған ир күҙҙәрен ҡыҫып хирургия лампаһына ҡарай. Ҡалтырай, тын ала. Уны икенсе дауахананан килтергәндәр, аяғын ампутацияларға әҙерләйҙәр.
Муйыны тәңгәлендәге катетерға препарат индерәләр, ир нимәлер тип бышылдай. Анестезиолог тынысландыра.
Һары төҫтәге табан, шәмәхә төҫөндәге аяҡ. Уға 59 йәш.
«Тромбоз. Артериялар зыян күргән».
Ашҡаҙанда — зонд, һейҙек ҡыуығында — катетер, вена тамырында ла катетер. «Тештәр тураһында онотма». Ауыҙҙан яһалма теш ҡаҙнаһын алалар. Тын юлына торба ҡуйыла. Хирург Хетаг Мзоков аяҡты өҫкә күтәрә. Аяҡ ҡараһыу һары төҫтә, сөнки йод менән буялған.
Табип өсөнсө ҡат бирсәткәне кейер өсөн ҡулдарын еүешләй. Бында ике бригада табиптар эшләйәсәк.
Хирургия инструменттарына ҡарау ҡурҡыныс. Аяҡты ваҡ киҫәктәр менән ҡырҡалар. Ҡан аға. Һөйәк күренә. Көмөш хирургия ҡорамалы һөйәкте балдаҡ кейҙергән кеүек уратып ала. Ҡалын металл епкә оҡшаған бысҡы менән һөйәк ҡырҡыла.
Санитарка аяҡты ҡыҙыл төҫтәге ҡапсыҡҡа һала.
Операция ике сәғәт дауам итте. Бүлмәне стерилләйҙәр — киләһе кеше ампутацияға әҙерләнә.
Ә теге сал ир төндә вафат булды.
Беренсе бүлексә мөдире Сергей Николаевич Игнатьев икенсе реанимацияға юллана. Уны бик ауыр һөйләшеү көтә.
— Тамара Ивановна, һаумыһығыҙ. Аяғығыҙ ҡасандан ауырта?
— Бер аҙна, — ти ул. — Төрлөсә ауыртты.
Сергей Николаевич одеялды күтәреп, аяҡты ҡарай. Тамара Ивановна ҡарашын ситкә йүнәлтә.
— Аяғығыҙ үлгән. Ҡырҡырға кәрәк.
— Юҡ.
— Үҙегеҙ үләсәкһегеҙ.
— Үлһәм, үлермен, — ти ул, уҫал итеп. — Әммә был йәштә аяҡһыҙ нисек йәшәмәк кәрәк...
— Бик ауыр, яфаланып үләсәкһегеҙ бит... — табип янында торған комендант һүҙгә ҡушыла.
Тамара Ивановна ныҡ итеп ирендәрен тешләй. Илап ебәрмәҫ өсөн түбәгә ҡарай. Сергей Николаевич өндәшмәй. Бер аҙҙан ябай ғына итеп һорай:
— Кем хаҡыналыр йәшәргә кәрәкме?
— Эйе.
— Улайһа, операция. Бөгөн һеҙҙе әҙерләйәсәктәр. Иртәгә мин барыһын да эшләйәсәкмен. Үҙем. Һеҙ беҙҙең ышанысты аҡлаясаҡһығыҙ, эйеме?
— Тырышырмын, — ти шым ғына Тамара Ивановна. Сергей Николаевич баш ҡаға.
Ул коридорға сыға. Мин уның йөҙөнә ҡарайым, әммә эске кисерештәрен аңлай алмайым. Операция бүлмәһенә инәбеҙ. Бында Сергей Николаевич 15 минут эсендә ҡасандыр ҡатын-ҡыҙ ҡулы булған тән өлөшөн алып ташлай.
Төн
Ирина Евгеньевна менән Наталья Григорьевна пациенттарҙың киске анализдарын ҡарай... Икеһе лә яңы ҡырҡты үткән. Пандемия осоронда Ирина Евгеньевна — 15, Наталья Григорьевна 20 килограмға ябыҡҡан.
Киске обход үткән. Наталья Григорьевна шәфҡәт туташтарын әрләй. Улар етенсе койкала ятҡан Петровичты эсенә әйләндергән саҡта яҫтыҡ һалырға онотҡан. Дөйөм көс менән Петровичты күтәрәләр, ҡорһағы тәңгәленә яҫтыҡ һалалар. Ул бик ҙур кәүҙәле. Бер тәүлек инде иҫһеҙ ята.
Бүлексәлә 12 пациент. Барыһы ла — ир-егеттәр. Дүрт сәғәт һайын Наталья Григорьевна менән Ирина Евгеньевна көндәлеккә һәр сирленең хәлен яҙа. Һәр кемгә көн һайын ҡағыҙ карта тултырыла. Пациенттар менән эшләргә ваҡыттары ла ҡалмай тиерлек.
Етенсе койкалағы Петрович үлде. ИВЛ аппараты үле үпкәләр менән тын ала, ә йөрәк туҡтаған.
«Пациент китте. Ҡаңғырырға кәрәкмәй. Бөттө», — ти Ирина Евгеньевна һәм компьютер артына барып ултыра. Анализдарҙы яңынан асып ҡарай. «Был осраҡта ашығыуҙан фәтүә юҡ».
Ул реанимация саралары эшләмәй. «Бының мәғәнәһе юҡ. Ул оло йәштә, анамнезда ишемия сире һәм башҡалар булыуы ихтимал. Шуға күрә организм көсөргәнеште күтәрмәйәсәк. Метаболик тайпылыштар китәсәк һәм... Тәк, мин нимә эҙләйем әле... Иртәнге биохимияны ҡарарға кәрәк. Тәк, АЧТВ, альбумин, ә бына, мочевина — 40. Аңлашылды. Киҫкен бөйөр эшмәкәрлеге тайпылышы. Ковид эҙемтәһе. Бындай осраҡтар йыш була: пациенттың бөйөрҙәре насар эшләй башлай һәм шлак сығарыу системаһы зыян күрә. Ә бөйөрһөҙ беҙ кеше түгел... ».
Наталья Григорьевна мәрхүмдең улына шылтырата. Тауышы быяла сыңы кеүек.
«Һаумыһығыҙ. Һеҙҙе 15-се ҡала дауаханаһының реанимация бүлегенән борсойбоҙ. ... һеҙҙең кемегеҙ була? Ҡайғығыҙҙы уртаҡлашабыҙ, үкенескә ҡаршы, ул үлде».
Петровичҡа 69 йәш булған. Уның мәйетен уранылар ҙа шаршау тартып ҡуйҙылар. Йоҡа ғына аҡ шаршау артында үлем йәшеренгән.
— Реанимация саралары ниндәйҙер ыңғай һөҙөмтәгә ышаныс булғанда ғына башҡарыла. Бәлки, минең һүҙҙәрем бик ҡәтғи яңғырар: өсөнсө-дүртенсе стадиялағы пневмония булған 80 йәштән олораҡ пациенттар реанимацияға һалынмаҫҡа тейеш, — ти Ирина Евгеньевна. — Һуғыштағы кеүек. Ә был һуғыш. Реанимация койкаһы бик ҡиммәт. Уларҙың йәшәү өсөн көрәшергә һәләтле кешеләргә хеҙмәт итеүе шарт.
Коридор алдында — халыҡ. Яңы смена эшкә килгән.
Таң ата.
Елена Костюченко, Юрий Козырев. «Новая газета».
Авторҙарҙың ризалығы менән ҡыҫҡартып баҫыла.
Мәҡәләнең тулы вариантын һылтанма аша уҡырға мөмкин:
https://novayagazeta.ru/articles/2020/11/08/87875-noch-den-noch
Читайте нас: