Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
12 Декабрь 2020, 12:13

Коронавирус менән көрәшкә ҙур сумма бүленгән

Быйыл һаулыҡ һаҡлауға киткән сығымдар 20 миллиард һум самаһы булған.

Быйыл һаулыҡ һаҡлауға киткән сығымдар 20 миллиард һум самаһы булған.
Был турала Башҡортостан республикаһы премьер-министры Андрей Назаров белдергән.
Шуның өстән бер өлөшө федераль, ҡалғаны республика бюджетынан. Был республиканың һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә һалынған ғәйәт ҙур сығымдар, ләкин беҙҙең өсөн кешеләрҙең ғүмере мөһимерәк, тип билдәләне Андрей Назаров.
Аныҡлап әйткәндә, был суммаға ҡыҫҡа ваҡыт эсендә Өфө эргәһендә һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһында төҙөлгән ике ковид-үҙәк хаҡы, уларға медицина һәм башҡа ҡорамал, йыһаз, хужалыҡ инвентары, автотранспорт, шулай уҡ республика дауаханаларына дарыуҙар һатып алыу һәм табиптарға өҫтәмә түләүҙәр ингән.
Читайте нас в