2021 йылда Башҡортостан яңы дауаханалар, ФАП-тар төҙөүгә, поликлиникаларҙы төҙөкләндереүгә, медицина ҡорамалдарын алмаштырыуға, “Ашығыс ярҙам” машиналары һатып алыуға 2,5 млрд һум аҡса бүлергә планлаштыра.
Федераль бюджеттан бүленәсәк был сараларҙан тыш, республика ҡаҙнаһынан 360 миллион һум тирәһе аҡса һалынасаҡ, тип белдерҙе Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров.
Киләһе йылда Баймаҡта, Саҡмағошта, Бөрөлә һәм Өфөлә яңы дауаханалар барлыҡҡа киләсәк, 35 поликлиника төҙөкләндереләсәк һәм райондарҙа 61 ФАП төҙөләсәк.