+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
15 Декабрь 2020, 23:15

"Һаулыҡ һаҡлау" милли проектының республикаға ярҙамы ҙур

2020 йылда федераль бюджет иҫәбенә “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы 12 ҡыйбатлы медицина ҡорамалы – компьютер томографтары һатып алынған.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

2020 йылда федераль бюджет иҫәбенә “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы 12 ҡыйбатлы медицина ҡорамалы – компьютер томографтары һатып алынған.
Әлеге көнгә дүрт МРТ ҡуйылған, улар – Нефтекама ҡала, Республика клиник, Өфөнөң 17-се дауаханаларында һәм Республика клиник онкология диспансерында. Шулай уҡ Өфөнөң Ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһы менән Сибай ҡала дауаханаһына ике ангиограф килтерелгән.
Өфөнөң 21-се дауаханаһында магнит-резонанс томографы ҡуйыла. Заманса диагностика сараһына был дауахана В.В. Путиндың май указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы эйә булды.
Йыл аҙағына тиклем магнит-резонанс томографы эшләй башлаясаҡ. Бөгөнгә был ҡиммәтле аппаратты ҡороу эштәре бара. Был хаҡта БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Әле инженерҙар аппаратты һыуытыу, кондиционер системаларын ҡуя, МРТ-ны монтажлау эштәрен башҡара. Яҡын көндәрҙә был диагностикалау сараһының эшен көйләү планлаштырыла, ә 20 декабргә инде ул “эшкә егелер” тип күҙаллана. Дауахана пациенттарына тикшерелеү бушлай.
Читайте нас: