+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
16 Декабрь 2020, 13:45

Һаулыҡ өсөн мөһим ҡорамал

Тромбомиксер донор тромбоцит конценттраттарын һаҡлау өсөн тәғәйенләнгән. Термостат уларҙы даими бутап тора һәм бер-береһенә йәбешергә ирек бирмәй, һаҡлау температураһы ла бер төрлө.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Тромбомиксер донор тромбоцит конценттраттарын һаҡлау өсөн тәғәйенләнгән. Термостат уларҙы даими бутап тора һәм бер-береһенә йәбешергә ирек бирмәй, һаҡлау температураһы ла бер төрлө. Был юғары технологиялы медицина ярҙамын күрһәтеү өсөн бик мөһим. Өҙлөкһөҙ хәрәкәт иткәндә тромбоциттар үҙенсәлектәрен 5 - 7 тәүлеккә тиклем һаҡлауы ихтимал.
-Тромбоциттар кеше ҡанының тиҙ ойошоуы өсөн яуап бирә. Уларға айырыуса гематологик сирлеләр мохтажлыҡ кисерә, - ти станцияның баш врачы Рәмил Хәмитов.
Бөгөн онкогематологик сирлеләрҙең 47 процентына тромбоциттар талап ителә. Донор тромбоциттары ауырыуҙың хәлен яҡшырта, күп осраҡта ғүмерен дә ҡотҡара.
Фото: БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан алынды.
Читайте нас: