Башҡортостанда коронавирус пандемияһы тыуҙырған ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан юлдар һалына, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау һәм башҡа өлкәләргә ярҙам ителә.
Былар барыһы ла илдәге бер нисә йыл элек ҡабул ителгән милли проекттар һәм уларҙы тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһе. Шуларҙың береһе “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә Мишкә районының Иҫке Арзамат һәм Изимарино ауылдарында яңы төҙөлгән фельдшер-акушерлыҡ пункттары үҙ ишектәрен асты.
Республикала быйыл сафҡа ингән бындай модулле ФАП-тар һаны 97-гә етте. Федераль ҡаҙнанан ошо маҡсатта 269 миллион һум аҡса бүленгән. Улар барыһы ла яңы талаптарға ярашлы, медицина йыһаздары һәм ҡорамалдары менән тулыландырылған.