+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
18 Декабрь 2020, 12:48

Коронавирусҡа ҡаршы вакцина тураһында төп дүрт уйҙырма

Үткән аҙнала Башҡортостанға коронавирусҡа ҡаршы «Спутник V» вакцинаһының икенсе партияһы — барлығы 1200 ампула килде. Тәү сиратта халыҡ араһында эшләгән һөнәр эйәләре — табиптарға һәм уҡытыусыларға прививка яһаласаҡ.

Үткән аҙнала Башҡортостанға коронавирусҡа ҡаршы «Спутник V» вакцинаһының икенсе партияһы — барлығы 1200 ампула килде. Тәү сиратта халыҡ араһында эшләгән һөнәр эйәләре — табиптарға һәм уҡытыусыларға прививка яһаласаҡ. Был сара, йәғни вакцинация һәр төрлө уйҙырмалар һәм күҙаллауҙар ҙа тыуҙырҙы. Халыҡ һөйләгән хәбәрҙәрҙең ҡайһыһы — дөрөҫ, ҡайһыһы — юҡ, шуны асыҡлайыҡ.
Вакцина бушлай яһала! Мутлашыусыларҙан һаҡ булығыҙ!
Бының ише яңылыҡтар айырыуса һәр төрлө мутлыҡ ҡылыусыларҙа ҡыҙыҡһыныу уята. Ғәҙәттә, ошондай мөмкинлектән файҙаланып, ундай әҙәмдәр фатирҙар, йорттар буйынса йөрөп, оло йәштәгеләргә «танышлыҡ буйынса ғына алынған» вакцинаны өс тапҡыр ҡиммәт хаҡҡа тәҡдим итә торған. Ышанмағыҙ! Ундайҙар менән осрашһағыҙ, полиция саҡыртығыҙ. Аҡсағыҙҙан да ҡолаҡ ҡағасаҡһығыҙ, һаулығығыҙҙы ла хәүеф аҫтына ҡуясаҡһығыҙ, сөнки вакцина тип һеҙгә нимә һатып китеүҙәрен белеп булмай.
Коронавирусҡа ҡаршы прививка — бушлай! Был хаҡта дәүләт башлығы ла бер нисә тапҡыр белдерҙе. Киң мәғлүмәт сараларында яҙылған ике меңдән биш мең һумға тиклемге сумма — ул етештереү хаҡы, йәғни дәүләт уны ошо хаҡҡа һатып ала. Ә ябай халыҡҡа түләргә кәрәкмәй!
Дөйөм вакцинация башланғас (ул яҡын арала буласаҡ), прививканы бары тик дәүләт поликлиникаларында һәм теләк буйынса ғына эшләйәсәктәр. Инъекцияны һаҡлау шарттары ҡатмарлы, уны ябай йәшниккә һалып кәштәлә һаҡлап булмай, шуға күрә бер ниндәй ҙә артыҡ вакцина булмаясаҡ.
Был бик мөһим! Алдаҡҡа ышанып ҡуймағыҙ! Был хаҡта туғандарығыҙға, таныштарығыҙға, айырыуса оло йәштәгеләргә аңлатығыҙ!
Вакцинанан һуң бер ай дауамында алкоголь ҡабул итергә ярамай
Эйе, башта шундай мәғлүмәт булды, йәнәһе прививканан һуң 21 көн дауамында алкоголь ярамай. Коронавирусҡа ҡаршы инъекция ике тапҡыр яһалғанлыҡтан, 42 көн «ҡоро закон» талаптарын үтәргә тура киләсәк. Башҡортостанда ошо сәбәпле тотош коллективтар вакцина яһатыуҙан баш тартҡан осраҡтар булды — «тиҙҙән Яңы йыл бит!». Ә ниндәй Яңы йыл шампан шарабынан тыш һәм башҡа төрлө эсемлектәрһеҙ булһын, үҙегеҙ аңлайһығыҙҙыр.
«Спутник V»-те уйлап табыусылар һүҙҙең икенсе нәмә тураһында барыуын аңлаттылар.
— Вакцинация ваҡытында алкоголдән тулыһынса баш тартыу тураһында һүҙ бармай. Организм иммунитет менән яуап бирһен өсөн спиртлы эсемлектәр ҡабул итеүҙе сикләргә кәрәк — был талап барлыҡ прививкалар осрағында ла ҡуйыла. Шул уҡ ваҡытта беҙ һәр прививканан һуң өс көн дауамында иҫерткес эсемлектәрҙән тулыһынса баш тартып торорға тәҡдим итәбеҙ, — тип һөйләне Гамалеи исемендәге Ғилми тикшеренеү үҙәге директоры, Рәсәй Фәндәр академияһы академигы Александр Гинцбург.
Прививканан һуң кешеләр ауырый
«Спутник V» — ул COVID-19-ҙы профилактикалау буйынса донъялағы тәүге вакцина. Илдең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы уны август уртаһында теркәне. Препарат Н. Ф. Гамалеи исемендәге Эпидемиология һәм микробиология милли тикшеренеү үҙәге тарафынан эшләнде. Йәйгеһен ул 18 йәштән 60 йәшкәсә ирекмәндәр ҡатнашлығында һынау үтте, һөҙөмтәлә уларҙа иммунитет һәм антиесемдәр барлыҡҡа килде. Тәүге клиник тикшеренеүҙәр анализы беренсе прививка яһалғандан һуң 42-се көнгә вакцинаның һөҙөмтәлелеге 95 процент булыуын күрһәтте.
Беренсенән, инъекциянан һуң температура күтәрелеүе, киҙеү эләктергәндәге кеүек өшөү күҙәтелеүе ихтимал. Был — организмдың ғәҙәти реакцияһы, ул бер-ике көн эсендә үтә. Икенсенән, тәүге ике этапта үҙ ирке менән һынауҙа ҡатнашҡандарҙың күптәре ауырыны, әммә бында аптырарға урын юҡ. Ҡағиҙәләргә ярашлы, уларҙың бер өлөшөнә ысын прививка түгел, «буш» препарат («пустышка») яһалды. Уның дөрөҫ атамаһы — плацебо. Башлыса тап ана шул «буш» укол яһалған кешеләр ауырыны ла инде. Вакцинаның ике компоненты ла яһалған кешеләр араһынан сирләүселәр 0,5 процент ҡына тәшкил итте. Был хаҡта Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министры советнигы Сергей Глаголев һөйләне.
Миңә вакцина кәрәкмәй. Сирҙе үткәрҙем һәм миндә антиесемдәр бар
Һуңғы мәғлүмәттәргә ярашлы, G класындағы антиесемдәр биш-алты ай, ә ҡайһы берәүҙәрҙә унан да аҙыраҡ һаҡлана. Йәғни бер тапҡыр сир үткәргән кешеләр ҙә ҡабаттан ауырыуы ихтимал.
Роспотребнадзор етәксеһе Анна Попова быға тиклем, кешенең коронавирусҡа антиесемдәр титры кәмегән хәлдә лә, унда иммунитет тураһында хәтер күҙәнәктәре һаҡлана һәм улар, кәрәк осраҡта, яңынан антиесемдәр эшләп сығарыуы ихтимал, тип белдергәйне.
Антиесемдәрҙең (IgМ и IgG) булыуы, уларҙың титрҙар күләме иммунитет хаҡында түгел, ә организмдың COVID-19 вирусы менән осрашыуы тураһында ғына һөйләй.
Әммә, әгәр теләмәһәгеҙ, һеҙ законлы рәүештә прививканан баш тарта алаһығыҙ. Был һәр кемдең шәхсән, ирекле эше.
БЕЛЕП ҠУЙ
Прививка нисек дөрөҫ эшләнә
- Инъекция ике аҙна арауыҡ менән ике тапҡыр яһала. Тәүге прививканан һуң һаҡлаусы антиесемдәр барлыҡҡа килә, икенсеһенән һуң һөҙөмтә нығытыла, көслөрәк һәм оҙайлыраҡ күҙәнәк иммунитеты барлыҡҡа килә.
- Вакцинация алдынан һәр кемде терапевт ҡарай. Вакцина 18 йәшкә тиклемге балаларға, 60 йәштән ололарға, ауырлы ҡатындарға һәм бала имеҙгән әсәләргә яһалмай. Шулай уҡ киҫкен инфекция сирҙәре, вакцинаның компоненттарына үтә һиҙгер реакция булған, хроник сирҙәр көсәйгән осраҡтарҙа ла прививка эшләтеү тыйыла. Әгәр тәүге вакцинанан һуң ҡатмарлыҡтар тыуһа, икенсеһен яһамаясаҡтар.
- Вакцинациянан һуң өс көн дауамында алкоголь эсергә, ауыр физик эштәр башҡарырға, прививка урынын һыуларға, мунсаға йәки саунаға барырға ярамай.
Читайте нас: