+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
19 Декабрь 2020, 10:30

Тағы бер яңы аппарат алдылар!

Октябрьский ҡалаһы дауаханаһына Savina 300 Select яңы үпкәне яһалма елләтеү аппараты килтерелде. Ҡорамал федераль ҡаҙна иҫәбенә һатып алынды.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Октябрьский ҡалаһы дауаханаһына Savina 300 Select яңы үпкәне яһалма елләтеү аппараты килтерелде. Ҡорамал федераль ҡаҙна иҫәбенә һатып алынды. Бөтәһе быйыл төбәк ҡан тамырҙары үҙәктәрен һәм беренсел ҡан тамырҙары бүлексәләрен медицина ҡорамалдары менән йыһазландырыуға 395,3 миллион һум аҡса бүленде.
Ошо көндәрҙә Нефтекама ҡалаһында ла заманса магнит-резонанс томографы сафҡа индерелде. Ул Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указы нигеҙендә тормошҡа ашырылған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә алынды. Аппарат тиҙҙән эшләй башлай, ошондай элеккеләре менән сағыштырғанда, күп кенә өҫтөнлөктәргә эйә.
– Был аппаратта төп ҡан тамырҙарын ғына түгел, ваҡтарын да ентекләп тикшерергә мөмкин буласаҡ. Бынан тыш, унда сифатлы рентген һүрәттәре эшләнәсәк, сирленең организмына радиация нурланышы ла аҙыраҡ тәтейәсәк, – ти учреждениеның баш табибы Морат Авзалов.
Компьютер томографияһы бөгөнгө диагностика алымдары рәтендә киң ҡулланыла. Уның һөҙөмтәләре ауырыуға ваҡытында һәм дөрөҫ диагноз ҡуйырға булышлыҡ итә. Тимәк, артабан дауалауҙы ла кисектермәй һәм сифатлы итеп алып барырға мөмкин буласаҡ.
Читайте нас: