“Тәүге медицина ярҙамы күрһәтеү” төбәк программаһына ярашлы, 97 модулле ФАП, 13 фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлә. 2024 йылға тиклем санитар авиацияһы стратегияһы раҫланды, быйыл санавиация 81 осош яһаны.
“Йөрәк һәм ҡан тамырҙары сирҙәренә ҡаршы көрәш” программаһы сиктәрендә 17 берәмек медицина ҡорамалы, шул иҫәптән, ике ангиограф, ике МРТ һәм бер КТ алынды.
“Яман шешкә ҡаршы көрәш” программаһы буйынса Респубилка клиник онкология диспансерының хирургия комплексы төҙөлөшө тамамланды, унда ҡорамалдар яңыртылды.
Бынан тыш балалар медицинаһы тармағында ла ҙур үҙгәрештәр булды, фельдшер-акушерлыҡ пункттарын интернет, ноутбуктар менән йыһазландырыу дауам итә.
Халыҡты сәләмәт тормошҡа йәлеп итеү маҡсатында “Сәләмәт ауыл”, “Айыҡ ауыл” кеүек конкурстар уҙғарыла.