+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
26 Декабрь 2020, 10:00

Операция уңышлы үтте

Өфөләге Ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһы хирургтары уникаль операция яһаны – артерияға аневризма кимәлендә махсус конструкциялы стент ҡуйҙы.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Өфөләге Ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһы хирургтары уникаль операция яһаны – артерияға аневризма кимәлендә махсус конструкциялы стент ҡуйҙы.
– Баш мейеһенең аневризма сире, йәғни ҡан тамыры йоҡарыу йәки ныҡлы һуҙылыу һөҙөмтәһендә көбөнөң бүлтәйеп сығыуы – кешенең үлеменә килтергән патологияларҙың береһе. Уны диагностикалау ҙа ҡыйын, сөнки был сир йыш ҡына билдәһеҙ үтә. Үҙе хаҡында ул киҫкенләшкәс – аневризма өҙөлөп, башҡа ҡан һауғас ҡына белгертә. Был этапта кешене ҡотҡарыу бик ҡыйынға төшә, – тине дауахананың бүлек мөдире Лев Чудновец.
Табиптарға үҙенсәлекле операцияны яһарға Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты нигеҙендә алынған яңы ангиограф ярҙам иткән. Операция уңышлы үткән, пациенттың хәле яҡшы, реабилитациянан һуң ул ғәҙәти йәшәү рәүешенә әйләнеп ҡатасаҡ.
Фото: health.bashkortostan.ru
https://bash.rbsmi.ru/articles/milli-proekttar/Operatsiya-u-ishli-tte-607099/
Читайте нас: