2021 йылға Башҡортостан яҡшыға өмөт һәм ышаныс менән аяҡ баҫа, тип белдерҙе Радий Хәбиров шишәмбе матбуғат конференцияһында.
Республика етәксеһе билдәләүенсә, 2020 йыл COVID-19 менән көрәш эгидаһы аҫтында үтте. Ләкин ошо ҡатмарлы йылда ла төбәктә байтаҡ эштәр башҡарылды.
«Күңел төшөнкөлөгөнә бирелеү – гонаһ. Шуға күрә киләһе йылға өмөт һәм ышаныс менән инәбеҙ. Коронавирус инфекцияһы тамамланыр тип ышанабыҙ. 2021 йылға пландарыбыҙ ыңғай: төҙөү, үҫешеү, башҡаларҙан ҡалышмау», — тине Радий Хәбиров журналистар менән осрашыуҙа.
https://www.bashinform.ru/bash/1542405/