2020 йылда Башҡортостанда 4 дауахана һәм 14 поликлиника бинаһы ремонтланған. Ҡыҫҡа ваҡыт арауығында Өфө районында һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһында ике инфекция үҙәктәре төҙөлөп сафҡа ингән.
Яңы төҙөлгән 97 модуль фельдшер-акушер пункттары эшен башлаған (82 ФАП федераль аҡсаға, 15-е республика бюджеты иҫәбенә төҙөлөп), тағыла 23 капиталь биналы фельдшер-акушер пункты асылды.
“Земский доктор” программаһына ярашлы эш башлаған табиптарға һәм фельдшерҙарға 147 миллион 250 мең һум аҡса бүленгән (129 миллион 580 мең һум федераль бюджеты, 17 миллион 670 мең һум республика бюджеты иҫәбенә).
Федераль программаға ярашлы республикаға 30 “С” кластағы, 28 “В” кластағы тиҙ ярҙам машиналары бүленде. Шулай уҡ, 30 мобиль ФАПтар алынды. Былар барыһы ла федераль “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы бер йыл эсендәге Башҡортостан республикаһында һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереүгә индерелгән бер өлөшө.