-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
7 Ғинуар 2021, 10:00

Балаларға ярҙам фонды булдырылды

Рәсәй Президенты Владимир Путин ауыр һәм һирәк осраусы сирҙәр менән ауырыусы балаларға ярҙам итеүсе “Изгелек түңәрәге” фонды булдырыу тураһында указға ҡул ҡуйҙы.#ВладимирПутин

Рәсәй Президенты Владимир Путин ауыр һәм һирәк осраусы сирҙәр менән ауырыусы балаларға ярҙам итеүсе “Изгелек түңәрәге” фонды булдырыу тураһында указға ҡул ҡуйҙы.
Фондтың етәксеһе итеп быға тиклем илдә беренсе балалар хосписына нигеҙ һалған Александр Ткаченко тәғәйенләнде. Фонд эшмәкәрлегенең төп маҡсаты - ауыр, хроник сирле балаларға өҫтәмә финанс, медицина ярҙамы ойоштороу, кәрәк булғанда сит илдәргә дауалауға ебәреп ярҙам итеү, бындай балаларға дарыуҙар алыуҙа, медицина изделиелары менән тәьмин итеүҙә ярҙам, шул иҫәптән Рәсәйҙә етештерелмәгән саралар алыуҙа ярҙам итеү тора. Шулай уҡ, федераль исемлеккә инмәгән техник реабилитация саралары һәм хеҙмәттәре күрһәтеүҙә ярҙам итеү инә.
Читайте нас: