-1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
9 Ғинуар 2021, 16:24

Алдынғылар сафындабыҙ

Башҡортостан Рәсәйҙә мәктәптәрҙә ойошторолған стоматология кабинеттары һаны буйынса беренсе урынға сыҡҡан.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Башҡортостан Рәсәйҙә мәктәптәрҙә ойошторолған стоматология кабинеттары һаны буйынса беренсе урынға сыҡҡан.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарында билдәләнгән “Мәғариф” милли проекты бихисап төбәк проекттарын тормошҡа ашырыуға ла юлдар асты. Мәҫәлән, бөгөн Башҡортостандың 800-ҙән ашҡан белем усаҡтарында “Ҡанатлан!” проекты сиктәрендә бик матур башланғыстар ғәмәлгә инә.
Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 2019-2020 йылда “Ҡанатлан” республика мәғариф проектының “Сәләмәт йылмайыу” модуле сиктәрендә республикала 61 стоматология кабинеты асылған. Уларҙың барыһы ла бер дизайнер стилендә эшләнгән, заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған һәм лицензияланған.
Балаларының бәләкәй сағынан тештәренең бер епкә теҙелгән ынйы кеүек булыуы – һәр ата-әсәнең уй-теләге. Шуға ла "Сәләмәт йылмайыу" модуле сиктәрендә республикала стоматология кабинеттарының асылыуы хуплауға лайыҡ.
https://bash.rbsmi.ru
Читайте нас: