Рәсәй Президенты Владимир Путин коронавирустың яңы штамдары менән хәл үҫешен фаразлап булмауын белдерҙе. Президенттың һүҙҙәренә ҡарағанда, койкалар фонды менән белдекле эш итергә кәрәк. «Ҡарарҙарҙы ваҡытында ҡабул итергә кәрәк, бер урында көсөргәнеш артыҡ күп булмаҫка тейеш», - тине ул.